+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
31 Март 2023, 10:00

Йомортҡаның серҙәре

 Йомортҡаны кетәклектән алып кергән көндө үк ашаһаң, файҙаһы күберәк. Йомортҡаны һалҡынса урында йә тоҙ эсендә һаҡларға кәрәк.

Йомортҡаның серҙәре
Йомортҡаның серҙәре
🔸Йомортҡаның һарыһы айырыуса файҙалы. Ул тулыһынса тиерлек эшкәртелеп, файҙалы матдәләргә бүленеп бөтә: йөрәкте, мейене һәм тәнде нығыта, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта, ашҡаҙан, эсәк, һейҙек ҡыуығы ауырыуҙа­рын дауалай, күп ҡан юғалтҡан кешеләрҙең хәлен яҡшырта.

🔸Тауышты асыу өсөн, һейҙек ҡыуығы эстән янғанда сей йомортҡа һарыһы эсәләр.

❗❗❗Ләкин сей йомортҡа һарыһы ашҡаҙанға, бөйөрҙәргә зарарлы — таш ултырырға мөмкин, тәнгә бетсәләр сығара.

🔸 Йомортҡаны ярым сей, ярым бешкән килеш ашарға кәрәк. Бының өсөн уны ҡайнар һыуға һалғас, 100-гә тиклем һа­нарға кәрәк. Шул саҡта йомортҡа бешер-бешмәҫ була. Ә иң яҡшыһы — йомортҡаны һытып, һыуҙа йә һөттә бешереү.

🔸 Тән бешкәндә сей йомортҡа һөртөргә кәрәк. Ул уны тиҙ төҙәтә.
 
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: