– Юҡсы, Ғәшүрәшкә, компьютер бит был, компьютер! Тамам һантый кеүек ҡыланаһың!
– Ҡайҙа, ҡайҙа? – Мөслимә ҡарсыҡ та сынаяғын өҫтәлгә ултыртып, әхирәттәре янына тәпәйләне.
– Уныһын төҫмөрләнем дә ул былай, тик аңламайым, унан нисек һөйләштең ул әле? Берәй төрлө сутвыйы йәбешеп торамы әллә үҙендә? – Ғәшүрә ҡарсыҡ былай ҙа алама күргән күҙҙәрен нығыраҡ секерәйтте.
– Һы-ы, их, һин, деревня-түтәй! Тормоштан бигерәк артта ҡалғанһың бит, ә! Һуң мин бит өс ай ҙа ун көн ҡалала ятып ҡайттым. Шунан балалар яңғыҙыңа ҡыйын булмаһын тип иҫке компьютерҙарын биреп ҡайтарҙы, көн дә үҙеңде күреп һөйләшер өсөн тиеп. – Мәҙинә ҡарсыҡ ҡәнәғәт йылмайып әхирәттәренә сер систе.
– Ата-аҡ, ысынмы, әллә үҙҙәренең кәртишкәләре лә күренә инде?
– Эйе-эйе, «скайып» тигән нәмәкәй ул, шул улым инде, интырныт тигән нәмәһен тоташтырҙы ла, хәҙер рәхәтләнеп һөйләшеп ятам!
– Күргән нәмәм түгел, ғибрәт, сихыр кеүек әллә нимә! – Мөслимә ҡарсыҡ сирҡанып ситкә тайпылды.
– Үҙең һин сихыр, әллә нимәләр һөйләп ҡуяһың инде, Аллағынам. – Хужабикә әхирәтенә бармаҡ сөйҙө.
– Мәҙинәкәй, ҡайҙа мин тиҙерәк ҡайта һалайым. – Ғәшүрә ҡарсыҡ шыптырлап ҡайтыу яғына ыңғайланы.
– Бәй, Ғәшүрә, ҡайҙа һыпырттың, сәйеңде лә икәү итмәйенсә. – Хужабикә лә уның артынан атланы.
– Юҡ-юҡ, какуй сәй тей, ҡайта һалып балаларыма шылтыратайым, һинеке кеүекте миңә лә эшләп бирһендәр.
Ҡарсыҡтарҙың сутырлашҡаны соландан уҡ ишетелде.
– Эй, Аллам, бигерәк бер ҡатлылар инде мынау икәү! Ул компьютерҙан көн дә һөйләшеп торһалар, балалары хәл белергә ҡайтырҙармы һуң?.. – тип эстән генә әсенеп ҡуйҙы Мөслимә ҡарсыҡ.
Д. ХӘСӘНОВА.