+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
2 Май 2023, 15:00

АҠЫЛ ТЕШЕ

Теш, теш, тип йөрөй торғас, сират аҡыл тешенә лә килеп етте бит әй. Нисек кенә һаҡлап ҡалырға тырышһам да, теш табибы, һурырға кәрәк, тине. Бөтә булған тештәремде Пархоменко урамындағы стоматологияға йөрөп, һин дә мин эшләтеп алғайным да ул. Әллә ҡайҙан, бер ҙә уйламағанда, аҡыл тешем тороп ҡалған.

АҠЫЛ ТЕШЕ
АҠЫЛ ТЕШЕ

Теш табибы менән һөйләшеп, коронка кейҙереп булмаҫмы икән, тип йөрөп ятҡанда көтөлмәгән бәлә килеп сыҡты. Аҡыл тешенең яртыһы һынып сыҡҡан. Әйтәм, һуңғы көндәрҙә бер ҙә баш эшләмәй. Бына бит сәбәбе ниҙә, тип уйлап, аптырап ҡалдым. Хәҙер аҡыл тешен төбө-тамыры менән алып ташлаһалар, нисек итеп аҡылдан яҙмай йәшәргә кәрәк? Сәпсим аңһыҙ, алйот булып ҡалыуың да бар ҙабаһа, тип ҡурҡа төштөм. Шуны ғына көткәндәй, аҡыл тешем ҡапыл ғына ныҡ итеп һыҙларға тотондо.

– Уф, Аллам! Инде нисек итеп түҙергә был һыҙлауҙарға, – тип оҙаҡ ҡына аптырап йөрөнөм дә, баяғы теш табибы менән килешеүҙән башҡа сара ҡалманы. Был донъяла бер мин генәме ни, әллә күпме кеше аҡыл тешен алдыра, кемдер коронка ҡуйҙыра, тип уйланым да күҙҙе йомоп киттем үҙем йәшәгән Затондағы теш табибына.

Креслоһына килеп ултырыу менән күҙҙән йондоҙҙар оса башланы. Уф, Хоҙайым, нисек кенә итеп ҡысҡырмайынса түҙергә икән, тип, ултырған креслоның терһәктәренә ике ҡулымды батырҙым. Белгән доғаларҙы уҡый ғына башлағайным, стоматолог ҡыҙыҡай ауыҙымды шаҡарып тигәндәй асты ла һыҙлаған теште «һә» тигәнсе йолҡто ла алды.

Стоматолог кабинетынан сайҡала-сайҡала сыҡтым, поликлиника коридорындағы эскәмйәгә һушһыҙ булып барып ултырҙым.
Шунда ниндәйҙер эске тауыш, бар ҡайт инде, тигән һымаҡ булды. Бәй-бәй, яҡ-яғымды абайлап ҡараһам, һаман поликлиникала ултырам да баһа, тип үҙем дә аптырап киттем. Фатирым барлығы «ҡылт» итеп иҫемә килеп төшкәс, урамға сығып, ҡайтыу яғына юлландым да, өйөм ҡайһы тирәлә әле тип, тағы туҡталып, тирә-яғыма ҡаранып торҙом.
Саҡлы-соҡло бер аҙ иҫемә килдем, сумкамды һәрмәгеләп, ишек асҡысын таптым, күңелгә йылы йүгерҙе. Фатирыма ҡайтып, был шатлыҡтан бер рәхәтләнеп ултырып, туйғансы сәй эсеп алырға кәрәк, тип, аҙымдарымды йышайттым.

Л. САЙРАНОВА.

Автор:
Читайте нас: