+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
5 Май 2023, 11:00

АТАЙ ҺӘМ УЛДАР

Атаһы улдарына килешеп, татыу йәшәргә өйрәткән. Улдары тыңламаған. Ул һепертке килтерергә ҡушҡан да:— Һындырығыҙ! — тигән.

АТАЙ ҺӘМ УЛДАР
АТАЙ ҺӘМ УЛДАР

Күпме тырышмаһындар, улдары һеперткене һындыра алмаған. Атаһы һеперткенең бауын сискән дә берәмләп һындырырға ҡушҡан.
Малайҙар һеперткене берәмләп тиҙ генә һындырып бөткәндәр, ти.
Атаһы малайҙарына:
— Күрҙегеҙме? Татыу йәшәһәгеҙ, һеҙҙе бер кем дә айыра алмаҫ. Ә бер-берегеҙ менән әрләшеп, айырым-айырым йәшәһәгеҙ, һеҙҙе һәр кем дә еңә ала, — тигән.

Лев ТОЛСТОЙ.

Автор:
Читайте нас: