+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
12 Май 2023, 17:00

Баҡсала бил бөгөүселәргә

– Һинең кем булып эшләүең, нисек кейенеүең мөһим түгел. Баҡсала беҙ барыбыҙ ҙа аламағолош. *** – Баҡсама ҡарасҡы ҡуйғайным, кисә күршем туңҡайған килеш көнө буйы шуға ҡысҡырып хәбәр һөйләне.

Баҡсала бил бөгөүселәргә
Баҡсала бил бөгөүселәргә

***
– Баҡсасының ғүмере балалар менән көрәшеп үтә. Күрше балалары уның баҡсаһын үҙҙәренеке тип уйлай, ә үҙ балалары уны кешенеке, ти.
***
– Улым, “Совет осоро музейы”н күргең киләме?
– Юҡ, атай, баҡсаға барғым килмәй.
***
– Иртә яҙҙан һарымһаҡ ултыртайым тигәйнем. Һыуыҡ килеп. Һаулығымды ултырттым.
***
– Баҡса ултыртыу тамам булғас, ял итергә киттем. Дауаханаға.
***
– Баҡсаға йәштәр шешлек, һыра, ҡыҙҙар уйлап бара ла, көрәк, тырма, өләсәй ҡулына килеп ҡаба..
***
– Икенсе йыл шулай итәм, - ти икән беренсе йыл ғына баҡса алған берәү, – башта ҡый үләне сәсеп сығам, әйҙә уларҙы йәшелсәләр баҫып китһен.
***
– Әгәр йәшелсә сыҡмаһа, нимәнән күреп була?
– Тәбиғәт шарттарынан.
– Тағы?
– Сәсергә онотҡандан.
***
Баҡса – тренажер, солярий һәм фитнес залы. Бушлай.
***
– Баҡсала эшләгәндәр бөкөрө булып тыумаған, ә шунда йөрөп көмөрәйгән.
***
– Баҡсала тормош бармы?
– Бар, әлбиттә, әгәр унда ҡатының, ҡәйнәң һәм йәшелсәң булмаһа.
***
– Туғандарың нисәү икәнде белгең килһә, баҡса ал.
***
– Баҡсала үҫенте – ағас, орлоҡ – йәшелсә, ә хужалар көйәнтә була.
***
– Баҡса ул – ял итеү урыны. Туҡтауһыҙ ер һөрә торған.
***
– Ҡолдар хеҙмәте менән баҡсасыларҙыҡы шуныһы менән айырыла: ҡолдарға шешлек ашатмайҙар.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: