-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
13 Май 2023, 13:20

БУЛМАҒАН БЕЛДЕРЕҮҘӘР

«Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты сабата үрә һәм киндер һуға белгән оҫталар эҙләй».***

БУЛМАҒАН БЕЛДЕРЕҮҘӘР
БУЛМАҒАН БЕЛДЕРЕҮҘӘР
«Бер айлыҡ пенсияма алынған аҙыҡ түлегемде сыпсыҡ алып осто. Күргән кешеләр булһа, хәбәр итеүегеҙ һорала!»
***
«Ҡатыным ташланы. Үҙемә шул ҡатын бәйләп бөтөрмәй киткән свитерҙы бәйләрлек тормош юлдашы эҙләйем».
***
Магазинда: «Ҡатынығыҙға бүләк алырға теләһәгеҙ, хаҡы төшөрөлгән тауарҙар бүлеге кергәс тә һул яҡта».
***
Ательела: «Беҙҙә өйләнгән ирҙәрҙең пинжәк аҫлығына йәшерен кеҫәләр тегелә».
***
Дарыуханала: «Беҙҙә һөйҙөргөс препараттар һатылмай. Бары тик мөхәббәт «бүләктәрен» дауалай торғандары ғына бар».
***
Ашхана ишегендә: «Иптәштәр! Ашханала эшләүселәр күрше кафеға төшкөлөктө ашарға китеү сәбәпле, сәғәт берҙән икегә ҡәҙәр хеҙмәтләндермәйбеҙ».
***
Б. район гәзитендә шундай белдереү-хроника баҫылған, имеш:
– Хакимиәт башлығының кейәүе, ҡатыны менән айырылышыу сәбәпле, колхоз рәйесе вазифаһынан бушатылды.
***
Врач-нарколог кабинетының ишегенә шундай белдереү эленгән:
“Бөгөн пациенттар ҡабул ителмәй, сөнки кабинетҡа тулған төрлө бөжәк, әкәм-төкәм һәм шайтандарҙы ҡыуам”.
 
Ғәли ҒАТАУЛЛИН.
 
Автор:
Читайте нас: