-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
17 Май 2023, 13:00

Һабын эсендә... сәғәт?!

Бер яугир, һуғыш тамамланыр алдынан ғына Польша ерендә яраланып, госпиталгә эләгә. Һауыға төшкәс, шифахананан өйөнә яҙған хатында ул: “Мин был хатты Берлин стенаһына ҡуйып яҙам”, — тип башлаған.

Һабын эсендә... сәғәт?!
Һабын эсендә... сәғәт?!

1945 йылдың апрелендә беҙҙең ғәскәрҙәр Германияға бәреп кергәс, күп кенә хәрбиҙәр ундағы байлыҡты ҡулға төшөрөүе мәғлүм. Араларында өйҙәренә посылка һалыусылар ҙа, байлыҡ менән ҡайтыусылар ҙа бар ине. Уларҙың күбеһен сәғәттәр, сепрәк-сапраҡ тәшкил итте. Беҙҙең ауылда бер һалдаттан килгән посылканың эсе тулы еҫле һабын булған. Яҙған хатында ул: “Мин ҡайтҡансы әйберҙәремде һатмағыҙ!” — тигән. Әммә аслыҡҡа түҙә алмай һабындарҙы һатҡандар. Үҙҙәренә бер киҫәген генә ҡалдырғандар. Йыуына торғас, уның эсенән алтын сәғәт килеп сыҡмаһынмы!..

Мулланур ТИМЕРӘЙЕВ.
 
Фото: astok-shop.ru
Автор:
Читайте нас: