-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
17 Май 2023, 17:00

«УЛ ЕТӘКСЕ БУЛА»

Ҡасим Арыҫлан улы мәктәптә химиянан уҡыта. Ярата ул үҙ фәнен. Балалар менән күңел биреп эшләй. Шуға ла күптәр өсөн ауыр күренгән фәнде уҡыусылар ихлас өйрәнә. Бер нисә көн элек сығарылыш класында контроль эш башҡарғайны­лар, бөгөн ул дәфтәрҙәрҙе таратып сығып: – Дөйөм алғанда, эштә­ре­геҙ һәйбәт кенә. Ә хәҙер яҙмаларығыҙҙы иғ­тибар менән тикшереп сығығыҙ, – тине.

«УЛ  ЕТӘКСЕ   БУЛА»
«УЛ ЕТӘКСЕ БУЛА»

Уҡыусылар кемуҙарҙан ҡы­ҙыҡһынып дәфтәрҙәрен ҡарай башланы:
– Ниндәй билдә ҡуйылды икән?..
Шул мәл көтөлмәгән хәл булды: алдан өсөнсө партала ултырған Мәғдәнов дәфтәрен асып, эшенә күҙ йүгертте лә уны йәнә Ҡа­сим Арыҫлан улының өҫтә­ленә кәйелтеп осороп ебәр­мәһенме! Уҡытыусы ап­тырап ҡалды. Утыҙ йылдан ашыу мәктәптә уҡытып, бындай ҙа йәмһеҙ ҡылан­ған баланы күргәне юҡ ине.
Мәғдәновты яҡшы белә – олатаһы ҡала хакимиә­тендә эшләй, атаһы ла бил­дәле кеше. Шуға ла малай үҙен һауалы, башҡаларҙан өҫтөн тотоп ҡылана. Өҫтө-өҫтөнә кейем алып бирә­ләр. Йәйен йыш ҡына сит илдәргә йөрөйҙәр. Сәйә­хәттә төшкән фотоларын мәктәпкә килтереп, башҡа­ларға күрһәтә. Үҙе былай химиянан яҡшы ғына белә, нефть институтына инергә әҙерләнә.
Шулай ҙа Ҡасим Арыҫлан улы үҙен ҡулға алды, тоҡан­маны, тыныс ҡына:
– Мәғдәнов, нимә булды? – тип һораны.
– Һеҙ ни эшләп минең дәфтәремде ҡыҙыл менән сыбарлап бөткәнһегеҙ? Бел­гегеҙ килһә, химия уҡы­тыу­сыһы грамматик хатаны түгел, ә форму­лаларҙы ғына тикшерергә тейеш.
– Мәғдәнов, һеҙ урыҫ телен шул тиклем насар беләһегеҙ, үҙегеҙ юғары уҡыу йортона инергә әҙер­ләнәһегеҙ. Үҙ өҫтөгөҙҙә шө­ғөлләнеп алыу насар булмаҫ ине.
– Мин үҙемә кәрәген бе­ләм! – Тәкәббер үҫмер яуап­­һыҙ ҡалырға теләмәне.
Унан һуң арыу ғына ваҡыт үтте. Уҡыу йылы тамамланды, яңыһы башланды. Көн­дәрҙең береһендә Ҡасим Арыҫлан улы Өфө урамында Мәғдәновтың атаһы яғынан туғанын осратты ла уҡыусыһының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.
– Нефть институтына уҡырға инде! – Апаһы ту­ғаны өсөн ғорурлыҡ той­ғоһо менән яуапланы.
– Һәйбәт булған, – Ҡасим Арыҫлан улы ла уҡыусыһы өсөн шат ине. Шулай ҙа кү­ңелен борсоп йөрөгән иҫ­кәр­мәһен дә әйтмәй булдыра алманы:
– Ҡустығыҙ урыҫ теленән ныҡ аҡһай, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнһен ине. Уҡып сыҡҡас, үҙенә ҡыйын булыр, документтар менән эш итергә тура киләсәк.
– Ул бит етәксе буласаҡ, ә яҙыу-һыҙыу эшен замдары башҡарасаҡ!
Билдәле генә урында эш­ләгән ханымдың яуабына Ҡасим Арыҫлан улының иҫе китте. Шулай ҙа:
– Әленән үк етәксе була­сағын ҡайҙан беләһегеҙ? – тип һорамай булдыра алманы.
– Бөтә урында ла беҙҙең туғандарыбыҙ бар! – Ханым ышаныслы итеп яуапланы.
Ҡасим Арыҫлан улы ҡа­пыл нимә тип әйтергә лә белмәне. Эй-й, дуҫ-әшнә­лек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ заманында йәшәйбеҙ шул. Яуаплы, аҡсаһы мул урын­дарға гелән артынан төр­төрҙәй кешеһе булған әҙәм­дәрҙе тәғәйенләйҙәр. Белеме, һәләте тураһында уйлап тороу ҙа юҡ…

Венер ИСХАҠОВ.

Фото: lib.shgpi.edu.ru

Автор:
Читайте нас: