+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Май 2023, 10:00

ШӘХСИ КЛИНИКА

Эшһеҙ тороп ҡалған инженер бик оҙаҡ эҙләп-эҙләп тә эш тапмағас, үҙенең клиникаһын асҡан. Бинаға алтаҡта элгән: “Сирҙе дауалау 5 000 һум, дауалай алмаһаҡ, беҙ һеҙгә 10 000 һум бирәбеҙ”. Клиника янынан уҙып барған бер табип бынан файҙаланырға һәм бер аҙ аҡса эшләргә була.– Һаумыһығыҙ, үҙем менән нимә булғанын белмәйем, аш тәмен тоймайым, хәҙер миңә барыһы ла бер төрлө, тәмһеҙ...

ШӘХСИ КЛИНИКА
ШӘХСИ КЛИНИКА

– Шәфҡәт туташы, рәхим итеп, 22-се ҡапты килтерегеҙ ҙә пациентҡа бирегеҙ.
– Пациент, рәхим итеп, ауыҙығыҙҙы асығыҙ...
– Тфү, был бит бензин!
– Ҡотлайым, һеҙ тәм тоя башланығыҙ, һеҙҙән 5 000 һум.
Доктор бик ныҡ асыуланған, шулай ҙа түләгән. Бер нисә көндән һуң тағы ла клиникаға килгән.
– Һаумыһығыҙ, мин хәтеремде юғалттым, зинһар, миңә ярҙам итегеҙ...
– Шәфҡәт туташы, рәхим итеп, 22-се ҡапты килтерегеҙ ҙә пациентҡа бирегеҙ.
– Пациент, рәхим итеп, ауыҙығыҙҙы асығыҙ...
– Был бит бензин!
– Ҡотлайым, һеҙҙең хәтерегеҙ кире ҡайтты, һеҙҙән 5 000 һум.
Тағы ла нығыраҡ асыуы ҡабарған табип аҡса түләгән, ләкин ике көндән йәнә килгән.
– Һаумыһығыҙ, мин күрмәйем, зинһар өсөн, ярҙам итегеҙ.
– Йәл, ләкин беҙ бында көсһөҙ, бына һеҙгә 10 000 һум.
– Бында 5 000 генә бит!
– Ҡотлайым, һеҙ яңынан күрә башланығыҙ! Һеҙҙән 5 000 һум.

А. ШӘҒӘЛИЕВ.

 

Автор:
Читайте нас: