+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Май 2023, 12:00

ҠЫҘ-ҠЫРҠЫН

Етеп килгән ҡыҙ фәҡәт хан улына кейәүгә сығам, тип хыяллана, ти.Ултырған ҡыҙ, көтөүсе булһа ла ярар ине, ти.Шулай күпме сибәр ҡыҙҙар ғүмерлеккә ултырып та ҡала бит.Һайланған — һаҙға, осраған — таҙға, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. ***

ҠЫҘ-ҠЫРҠЫН
ҠЫҘ-ҠЫРҠЫН

Ун алтыла ҡыҙ — солтан,
Ун етелә — сулпан,
Егермелә — гөлбостан,
Егерме биштә — суртан.
Ултырып, суртанға төшөп ҡалмаһа икән ҡыҙ-ҡырҡын.

* * *
Элек ҡыҙҙарҙы егеттәр һайлай торғайны.
Хәҙер егеттәрҙе ҡыҙҙар үҙҙәре һайлай.
Шулай ҙа ҡыҙҙар һайлауҙа ла ҡылансыҡ һәм көйәҙ икән:
күп егеттәрҙе буйҙаҡ ҡалдыралар.
Ә ҡала ерендә ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ,
Ауыл ерендә әжәлгә дарыу булырлыҡ.

* * *
Ҡатын-ҡыҙҙың бер ҡөҙрәте — аҡылына ҡарағанда татлы телендә.
Теленә ҡарағанда — һөйкөмлө күҙендә. Күҙе — ут, керфеге — уҡ.
Күҙенә ҡарағанда — үҙендә. Үҙкәйҙәре менән илертә ул.

* * *
Яҙ еткәс, шәрә ағас япраҡҡа төрөнөп матурлана.
Яҙ еткәс,ҡатын-ҡыҙ кейем-һалымын һалып, шәрәләнеп матурлана. Ҡатын-ҡыҙҙы буй-һын матурлай.

* * *
Ағас һәр миҙгелдә үҙенсә биҙәлә: яҙ — бүрткән бөрөләр, йәй — йәшел япраҡ, көҙ — күк бәҫ, ҡыш — аҡ сасҡау менән.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәр ғүмер миҙгелендә үҙенсә биҙәнә: ҡыҙ саҡта — тәбиғи матурлыҡ, ҡатын саҡта — биҙәнеү, һөртөнөү, ҡарсыҡ саҡта — бөркәнеү, ҡапланыу менән.

Фото: foto-ram.ru

Автор:
Читайте нас: