+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
27 Май 2023, 14:00

Хәҙер бүтән замана

– Ҡотла мине, дуҫым, ҡотла!– Нимә менән!– Нисек нимә менән, һуңғы БДИ-ны бирҙем бит!– БДИ-ны? Һин бит туғыҙынсыны бөтөр-бөтмәҫтән училищеға сығып һыҙғайның түгелме ни?

Хәҙер бүтән замана
Хәҙер бүтән замана
– Уҡытыусылар, серек мейеләр, ҡалайтып ҡына БДИ-ны бирерһегеҙ икән тип ҡотто алып бөткәс, киткәйнем шул. Унда документты асып ҡарағас та, шыр “өслө”ләр менән һиңә академияның тура үҙенә барырға кәрәк, тип кенә ҡуйҙылар.
– Шунан?
– Ҡайттым ҡабат үҙебеҙҙең мәктәпкә! Өйҙә ятып булмай бит! Үҙең беләһең, бөгөнгө заманда ҡатырғаһыҙ бер ҡайҙа ла барырмын тимә.
– Шунан отличник булып киттеңме?
– Бигерәк бер ҡатлыһың инде! БДИ-ны тапшырыр өсөн отличник булыу кәрәкме ни? Хәҙер бүтән замана. Аҡсаңды ғына йәлләмә. Ана, шыр “бишле”гә уҡығандар ҙа көскә 50 балл йыйҙы. Ә физиканан класта иң юғары балл — минеке!
– Һинеке?
– Эйе, эйе, минеке.
– Нисек улай? Ул фәндән башың “икеле”нән сыҡманы бит.
– Уҡытыусы ла “ике”гә эшләмәҫ инде.
– Уҡытыусы? Һинең өсөн ул бирҙеме әллә?
– Бигерәк бер ҡатлыһың һин. Кеҫә телефонын нимәгә уйлап тапҡандар тиң! Район үҙәгенә имтиханға уҡытыусы беҙҙең менән бергә барҙы. Әҙерәк майлағас, ишек төбөндә һөмһөрө ҡойолоп торған һаҡсыға ла әҙәм төҫө керҙе – телефонды “шәйләмәне”. Ҡалғанын үҙең беләһең… Бына шулай дуҫ! БДИ тигән нәмә пүстәк икән ул. БДИ-ла БДИ тип зерә ҡурҡыта уҡытыусылар. Хәҙер бүтән замана!
 
Венер ИСХАҠОВ.
Фото: foto-ram.ru

 

 
Автор:
Читайте нас: