+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
30 Май 2023, 17:00

"Кобра"

Ҡатыным ғүмергә минең дошманым булды. Мин гәзит уҡырға яратам. Күп кешенең тормошо ҙур мөхәббәттән башланған, барыһы ла шулай тип әйтә, шулай тип яҙалар. Ә беҙҙә булманы ла ул кеше һөйләгән хистәр. Буласаҡ ҡатыным үҙе тәҡдим итмәһә, кем белә, бәлки өйләнмәгән дә булыр инем. Өйләнһәм дә, уға түгел, башҡаны алған булыр инем.

"Кобра"
"Кобра"

Гөлнур: "Әйҙә өйләнешәбеҙ", – тине миңә. Мин ризалаштым. “Ярай, өйләнешәйек улай булғас! Минең ҡатын булырға ҡурҡмайһыңмы һуң?"– тинем шаяртып. “Ҡурҡмайым!"– тине. Әммә йәшәп киткәс, тормош уйын түгел шул. Шаярып-көлөп кенә йәшәп булмай. Ҡатын уҫал, насар холоҡло булып сыҡты. Мине бер туҡтауһыҙ таланы. Уға аҡса бер ҡасан да етмәне. Өйҙә тауыш сыға-нитә ҡалһа оҙаҡ уйлап тормай, ҡышмы, йәйме – өҫтөндә кейеме нисек бар, шулай урамға ҡысҡырып, йүгереп сығып саба. Имеш, мин уға ҡул күтәрәм. Хатта бармаҡ менән дә сирткәнем булманы! Участковыйҙар ҡул биреп иҫәнләшеп, дә-ә-ә, абзый, ҡатындың йүнһеҙен алғанһың, тип китәләр ине. Шул уҫаллығы арҡаһында минең ҡатынды "Кобра" тип йөрөтә башланылар. Үҙемдең дә ишеткәнем булды, уға ярашлы итеп, ана, Кобра килә, тип көлөшә халыҡ. Дүрт йыл тирәһе йәшәгәс, айырылыштыҡ. Ул мәлдә бер генә улыбыҙ бар ине. Әммә яҙмыштыр инде, бер нисә аҙна айырым йәшәгәс, аталарынан кире  барып. алып ҡайттым мин быларҙы. Сөнки атай-әсәйем гел туҡыны, малайыңды кем үҫтерһен, кемгә кәрәк улар һинән башҡа, алып ҡайт тип, бер туҡтауһыҙ ҡабатланылар. "Балаңды үҫтер, һуңынан теләһә  нимә эшләрһең", – тинеләр. Теләмәһәм дә, әсәй шулай ҡаты торғас, тағы йәшәп киттек шулай. Мин – эш кешеһе, ғаиләмде бер ваҡытта ла мохтажлыҡта йәшәтмәнем. Рейстарға сығып киткәндә лә башҡа ҡатындар менән буталманым. Паспорт буйынса айырылған булһаҡ та, башҡаларға күҙ һалманым.

Йәшәй-йәшәй тағы ла бер ҡыҙыбыҙ, бер улыбыҙ тыуҙы. Ай-һай ҡатын ғына үҙгәрмәне. Аҡса дауланы ла, аҡса дауланы. Йорт там һалып сыҡтыҡ, машинабыҙ ҙа булды, балалар үҙҙәре теләгән бөтә ризыҡты ашап, матур кейенеп үҫте. Барыһы ла минең аҡсаға бит! Ҡатындың эш хаҡы минеке менән сағыштырғанда сүп кенә ине. Уның, ғаиләгә түгел, үҙенең шул сепрәк-сапрағына ла етмәгәндер эшләгәне. Ғүмер шулай талашып ҡына үтте беҙҙең. Ысынлап та, кеше кеүек парлашып, туған-тумасаларҙың туйҙарына, тыуған көндәренә бер ҙә йөрөмәнек. “Иртәгә эшкә, ниндәй туй?!"– тип, бер генә әйтер ине ҡатын. Ул шулай тигәс,үгетләп тә ҡарағаным булманы.

Беҙ хәҙер икебеҙ лә пенсияла инде. Кеше аптыратып, һаман да шулай  эт менән бесәй кеүек йәшәп ятабыҙ. Минең өсөн иң ауыры – уның балаларҙы миңә ҡаршы ҡотортоп үҫтереүе. Өлкән улым ғына хәлемде аңлай,  әммә әсәһенә ҡаршы бер ҙә өндәшмәй. Теге саҡта әсәй һүҙен тыңлап, айырып ебәргән ҡатынды киренән барып алғаныма үкенеп бөтә алмайым. Шул мәлдәге тауышланыуҙар ҙа артығы менән еткәйне бит миңә? Хәҙер бер ни ҙә ҡылып булмай. Ул йүнһеҙ Кобраны түҙеп йәшәгән мин һантый. Шул бисәгә киткән аҡсаға алтындан ике йорт һалып инә ала инем мин бит, был тиклем ла нервым ашалмаҫ ине.

Маннур (исемемде билдәле сәбәптәр арҡаһында үҙгәрттем).

Фото: foto-ram.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: