+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
31 Май 2023, 12:00

Тәүбәгә килеү

Горбачевтың эскелеккә ҡаршы яу асҡан мәле. Ә беҙ йәмәғәтселек, партия ағзалары үҙ сиратыбыҙҙа теләйбеҙме быны, әллә юҡмы, генераль секретарь бойорғас, һөжүмгә күтәрелмәй хәлебеҙ юҡ. Милиция начальнигы менән кабинетымда әңгәмә ҡороп ултыра инек туҙыныуҙанмы, әллә һуғышыуҙанмы сәс-башы ялбыраған тәбәнәк буйлы Гөлбикә еңгә йомро ҡаластай тәгәрәп килеп инде лә ауыҙына медицина бирсәткәһе кейҙерелгән өс литрлыҡ банканы алдыбыҙға тыпылдатты:  —Нәһерҙе ҡоротто, сәсемде ағартты, нервыларымды ашап бөтөрҙө, сараһын күр, ҡәйнеш, ағайың нисәнсе көн бал әсетеп эсеп тик ята!  

Тәүбәгә килеү
Тәүбәгә килеү
Милиция халҡына шул ғына кәрәк тә инде, начальник миңә етди итеп ҡараны:
—Хәҙер күрше ауылға барам. Был нәмәне сейфыңа бикләп ҡуй, ҡайтышлай һуғылып үҙем менән алырмын. Экспертиза үткәргәндән һуң, барыһы ла асыҡланыр!
Бер аҙҙан, милиция начальнигы сығып киткәс, ишектә Гөлбикәнең ире Fималетдин үҙе күренде. Ысынлап та йөҙө шешмәкләнгән, күҙҙәре ҡыҙарған. Инде лә баҙ-натһыҙ ҡыймылдап ситке ултырғысҡа һаҡҡас, башын ҡушусланы:
—Нишләйбеҙ, мырҙа, башты Себергә ебәрә бит был ен бисә?!
—Ҡурҡма, һөргөндә һөрһөмәҫһең, иллә башҡаларға һабаҡ булһын өсөн төрмәгә ултыртып алыуҙары, йә мул ғына итеп штраф сәпәүҙәре бар.
Әйткәндәремдең аҙаҡҡылары ғына бының тарҡау зиһенен ҡымырйытты булһа кәрәк, оҙаҡ, айнымай эсеүҙән таушалған йөҙҙә хафаланыу билдәләре сағылды:
—Өйҙәге аҡса ай башында уҡ тиненә саҡлы бүленгән, ыштыраф тигәнең ҙурмы?
—Һинең бер айлыҡ эш хаҡың самаһында. Эскән килеш бисәңә ҡул күтәргән осраҡта тағы икене өҫтәйҙәр. Йәмғеһе өсәү була. Сараһыҙҙың көнөнән, зарураттан шул арауыҡта билеңде биштән быуып ураҙа тоторһоң инде, ағай, эсеүҙе генә түгел, әҙәмсә тәғәмләнеүҙе лә онотоп торорға тура килер.
—Ыштыраф тигән нимәне бер юлы таптырырҙар микән?
—Кисекмәҫтән күмәртәләп талап итерҙәр, шуға һуғымға инселәгән малыңды мөгөҙөнән етәкләп совхозға иткә илтерһең. Контрактация осоронда малын тапшырырға теләүселәр, ғәҙәттә, байтаҡ йыйыла торған, ярҙам итермен, ни тиһәң дә сыбыҡ осо туғанһың да бит әле.
Өрәйен алдым, шаңҡыттым Fималетдинды, былай ҙа ҡураныс, йоҡа кәүҙә ҡорҙай ғына булып бөршәйеп ҡалды.
Шымтайыштыҡ. Бер аҙҙан быға йән кергәндәй итте, көрәктәй ус тубыҡҡа шапылданы:
—Һин әйткән нимә ғаилә бөджөтөнән, беҙҙең кеҫәнән сыға түгелме? Билдәле, бер кемдә лә әндрәй ҡаҙнаһы юҡ! Шул хаҡта уйланымы икән сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа бисура?
—Был миңә түгел, еңгәгә бирелә торған урынлы һорау.
—Тағы өҫтәп нимә ҡылырҙар икән?
—Гәзиткә яҙып район шаулатырҙар. Етәксе булараҡ, миңә лә эләгер.
—Ана, шуныһынан оялам, ғәрләнәм. Өйләнгән ике улым, бер ҡыҙым барлыҡты тегендә төпсөнөп төбөнә төшмәҫтәр. Институттың һуңғы курсында уҡып йөрөгән төпсөгөмдө киләһе йомала әйттерергә йыйыналар. Ҡоҙа булаһы кешеләр минең хаҡта нимә уйларҙар инде ошонан аҙаҡ? Дасадны!
—Нимә уйларҙары билдәле, тотанаҡһыҙлығыңды уҡып белһәләр ҙә күҙеңә бәреп әйтмәҫтәр, бары айырым фекер төйнәп күңелдәренә һалып ҡуйырҙар.
—Зитыма тейеп ултырма, мырҙа, йәме, һин йүргәктә һыҡраңда йөҙөп ятҡан саҡта мин дастоин ир инем.
—Бөгөн дастоинһыңмы һуң?
—Бер аҙна туғарылып алдым. Уның ҡарауы башҡа ваҡытта йүгереп йөрөлә, тракторым боҙолмай, һәр саҡ төҙөк, эшкә ҡара таңдан сығам, эңер төшкәс кенә ҡайтып йығылам. Райондан бирелгән Почет грамоталарын, рәхмәт хаттарын әпкиләм, ышанмаһаң.
—Уны милиция начальнигына, район прокурорына күрһәтерһең, бәлки хөкөм сығарғанда ташлама яһарҙар.
—Эйе, улар һине аңланы ти аңламай ҙа. Бына һин үҙебеҙҙең кеше, атайың мәрхүмгә оҡшап мәрхәмәтлеһең.
—Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыраһыңмы?
—Шыпа ла арттырмайым, ызнамы шәп егетһең
—Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ниндәй аныҡ йомош артынан сабыулайһың?
—Теге банка ҡайҙа икән?
—Милиция начальнигы үҙе менән алды. Ҡызлауы бөтөп бирсәткә һулығас бал өлгөрөп еткән, әсегән, экспертиза үткәреү ваҡытты оҙаҡ алмаҫ, тигәндәй булды милиция начальнигы. Аҙна аҙағында килеп алырҙар.
—Кемде?..
—Кемде булһын, һине инде.
—Пагаҙи, ҡусты, кеше йөрөткәнсе, әҙәм күҙенән ҡасып-боҫоп үҙем дә бара алам.
—Шул тиклем дә бер ҡатлы булырһың икән, ағай, замана тәртиптәрен белеп еткермәйһең. Һине алырға тулы составта милиция нарядын ултыртып рәшәткәле машина ебәрәсәктәр, еңгәне ҡаҡҡан-һуҡҡан кеше булараҡ ҡулыңа бығау һалыуҙары ла бик ихтимал. Совет закондарына ҡаршы сығып эсеп кенә ятмағанһың, кеше ғүмеренә ҡурҡыныс менән янағанһың. Ә һин башта мин тумбытҡан төрмә һүҙенә иғтибар ҙа итмәгән булаһың.—Алдымда ятҡан «Һайлауҙар тураһындағы закон» брошюраһының биттәрен асҡыланым.—Был енәйәт кодексының нисәнсе статьяһы әле?.. Ә бына был пункт, таптым… Әгәр тән йәрәхәттәре һалынһа, һыҙырылған ерҙәр табылһа, күгәргән таптың ҡан һауыу төҫө асыҡланһа ҡаты режим менән 10 йыл… Еңгәнең сәләмәтлеге әлеге көндә сыҙарлыҡтыр?
—Суртым булһынмы уға! Асыуым килгәс, елтерәтеп кенә ебәргәйнем, бер ергә ҡағылманы ла, һуғылманы ла…
—Тимәк, был һинең файҙаға… Әһә, бынау ерҙә ул хаҡта былай тип яҙғандар… Күп түгел, дөйөм хеҙмәт колонияһында биш йыл ғына, ағай, ул ни күҙ асып йомған арала үтә лә китә инде.
—Нисек би… биш?!
—Бына аҡҡа ҡара менән шулай тиелгән.
—Әллә милитсиә менән ирҙәрсә, килештереп үҙең һөйләшеп ҡарайһыңмы? Баҫырып ҡалдырайыҡ был эште, мырҙа, ғүмерем буйы бурыслы булырмын, тәүбәгә киләм, ант итәм. Әйтеп торам бит, ҡоҙалар көтәбеҙ, йортобоҙға туған-тыумасаны йыябыҙ.
—Ни әмәл ҡылмаҡ, батаны һинһеҙ генә уҡытырҙар.
—Нисек минһеҙ? Берҙән-бер ҡыҙым, төпсөгөмә киләләр. Миңә ундай изге ғәмәл башҡаса тәтемәй, аңлайһыңмы шуны!?
—Аңлайым да бит.
—Аңлаһаң ҡотҡар, эт ашамаҫ хәлдә түгелмен. Минең дә ярҙамым тейер, бер һуҡмаҡтан йөрөйбөҙ, бер инештең һыуын һыулайбыҙ.
—Бөгөндән бал әсетмәҫкә, тәмләп ҡарамаҫҡа булып киттең инде? Бүктеңме, әллә бүктерҙеләрме?
—Икмәк өҫтө, инде ауыҙыма ла алмайым!
—Шул һүҙҙәреңде ошо ҡағыҙға теркәп ҡуй әле.
Ҡатҡан бармаҡтары араһына авторучканы ипһеҙ ҡыҫтырып, маңлайын сирылдырып оҙаҡ мөштөрҙәне Fималетдин. Мәшәҡәтен ослағас, шырт баҫҡан сикәләрен ҡул һырты менән ыуҙы.—Был ижад тигән нәмә менән булышҡансы, трактор баранкаһын борғослауың мең артыҡ.
—Нимә тип яҙҙың инде?
—Бынан бүтән эсмәҫкә тырышырмын, тинем.
—Тырышып та килеп сыҡмаһа?
—Сыҙармын.
—Балды ҡайһылайыраҡ итеп әсетеүеңде лә теркәнеңме? Тәжрибә менән уртаҡлашыу ҙа кәрәк бит.
—Шәкәр ҡомона ҡытлыҡ бит бөгөн, шуға сөгөлдөргә ҡалды көн. Ул хаҡта сурытыу килешмәҫ. —Хәҙер ошо ҡултамғалы тәүбә-хатыңды мөһим ҡағыҙҙар араһына һалып ҡуям. Әгәр бынан бүтән еңгәнең сәсен ялбыратып ауыл Советы һуҡмағын тапатһаң, урынлы-урынһыҙға кәмһетһәң, йәберләһәң минән яҡшылыҡ һәм аяу көтмә!
—Уға бығаса бармаҡ менән дә ҡағылманым, үҙе сыпраңлаҡ фиғелле бит. Бөгөн иртән малды көтөүгә ҡыуғас, әпәт осоп-ҡунып ҡултыҡ аҫтына килде лә инде, аптыраған көндән бөгәләкләгән алаша ише тыбызыҡлағайным, өлгөргән генә балымды ҡосаҡлап һинең яҡҡа сыҡты ла йүгерҙе, итәгенән эләктереп өлгөрә алмай өйәҙәп ятып ҡалдым.
Сейфтан теге банканы сығарҙым:
—Ағай, ҡайт та әсегән бал урынына кеүәҫ тултырып килтер. Ошоноң һымаҡ итеп икмәк һыныҡтарын да төшөрөргә онотма!
—Ә балды… ништәтергә?
—Түгергә!
—Түгергә?! Тотошлайы менәнме?
—Түңкәргәнсе!
—Һе…—Fималетдин икеләнгәндәй итеп һалпыш мыйыҡ остарына ҡағылды. —Хәләл ризыҡты улайтып сәс-баш итеү килешмәҫ, гонаһ был, ҡул бармай.
—Хәләл, тинеңме?
—Барыбер хеҙмәт һалдым, тамшанып көтөп йөрөнөм. Аппарат аша ҡыуылған көмөшкә түгел бит, әсеткенән әтмәләнгән зыянһыҙ бал!
—Улайһа зыянһыҙ эсемлегеңде районға алып китерҙәр, шунан күрерһең был шөғөлөңдөң нимә менән барып бөткәнен.
—Юҡ, бир, лутсы үҙем…—Ағайым банкаһын пинжәгенең сабыуы менән боҫормалап ишек яғына ыңғайланы.
Бер аҙнанан, ысынлап та, ауылыбыҙҙың урта төшөнә ҡоҙа килеп төштө. Ҡунаҡтарҙы урамда осраттым. Fималетдин ағайым бөхтә итеп кейенгән, үҙе айыҡтың айығы ине. Аҙаҡтан да әйткән һүҙендә ныҡ торҙо, күҙгә салынып эсеп йөрөмәне.

Ғәҙел ДӘҮЛӘТ.

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: