+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
5 Июнь 2023, 17:00

Күкәй ашарһың

Камил ФАЗЛЫЙ 1953 йылдың март башы. Ауыл советында секретарь булып эшләүсе атайымдың галифе салбарына тотоноп, мин – дүрт йәшлек малай – күтәрмәлә баҫып торам. Атай, юлбашсыбыҙ Сталин үлеү сәбәпле, бина ҡыйығына ҡара ҡаймалы ҡыҙыл байраҡ элеп тора. Шул саҡ урам сатынан колхоздың тауыҡ фермаһында эшләүсе Бибиямал түтәй килеп сыҡты. Күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп бөткән.

Күкәй ашарһың
Күкәй ашарһың

– Нимә булды, түтәй? – тип ҡыҙыҡһынды атайым.
– И-и, Нәжметдин энем, башҡа һыймаҫ ҡайғы килде бит – ил атабыҙ үлгән, Сталин бабай! Хәҙер беҙҙе кем ашатыр инде?! Астан үләбеҙ ҙәһә! – тип, ҡарға ятып, аунай-тәгәрәй, боҙ тырнап илауын дауам итте.
– Ярай, түтәй, артыҡ өҙгөләнмә әле, нисек тә бер яйы табылыр, –тине атай, уны тынысландырырға тырышып.
– Ҡайҙан яйы табылһын инде?
– Бер ҙә булмаһа, астан үлмәҫ өсөн ферманан тауыҡ күкәйе сәлдереп алып ҡайтып ашарһың, – тине атайым шаяртыбыраҡ та, хәленә инеп тә.
– Урларһың, бар! Өс көн элек кенә урлағаным өсөн штраф сәпәнегеҙ бит!
– Ә һин нәфсеңә булышып биҙрәләп урлама! Кеҫәңә һалып үҙеңә көнгә етерлек кенә алып ҡайт! Бер кем дә тикшермәҫ.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түтәй, ышанырғамы, ышанмаҫҡамы тигән­дәй, ауыҙын асып торҙо-торҙо ла, ҡапыл ғына үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.
– И-и, йылы кәңәшең өсөн сикһеҙ рәхмәт яуһын үҙеңә, туғаным. Тап шулай итермен. Ҡайтҡан һайын тиҫтәнән артыҡ сәлдермәм. Ант итәм! – Ул, илауынан туҡтап, өҫ-баштарын ҡаҡҡылап тороп баҫты ла, ауыҙы йырылып, шатлығынан юлбашсы үлеүен дә онотоп, ҡанатланып, юлын дауам итте.

Фото: kartinkin.net

Автор:
Читайте нас: