+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
6 Июнь 2023, 16:00

Болон күбәләге шашҡан...

Республиканың күпселек райондарында ҡышты сыҡҡан болон күбәләктәренең күбәйеүе тураһында хәбәр тиҙ таралды. Айырыуса Бәләбәй районында улар күп. Йомортҡаларынан сыҡҡан ҡарышлауыҡтар, ауыл хужалығы культураларынан тыш, баҡсаларға ла ҙур зыян килтерә. Эҫе һәм ҡоро һауа торошо уларҙың тиҙ үрсеүенә булышлыҡ итә.

Болон күбәләге шашҡан...
Болон күбәләге шашҡан...

“Ирәмәл” тәбиғәт паркы инспекторҙары емеш ағастарын энәлек күбәләге ҡарышлауыҡтары баҫҡанын хәбәр итә. Дарыу ҡулланырға теләмәгән инспекторҙар ҡарышлауыҡтар айырыуса күп урындарҙа уларҙы ҡул менән йыйып алған. Ҡарышлауыҡтар муйыл, алмағас һәм башҡа емеш ағастарының япраҡтары менән туҡланырға ярата икән. Баҡһаң, был күбәләктәр меңләгән йомортҡа һалып, ҙур зыян килтерә.

Белорет районында ошо уҡ ҡарышлауыҡтарҙы йәш натуралистар менән бергәләп йыйғандар. Ике меңдән ашыу ҡарышлауыҡты юҡ иткәндәр.

– Ҡоротҡостар ағастарҙың иммунитетын көсһөҙ­ләндерә. Йылы һәм дымлы һауа торошо уларҙың үҫешенә һәйбәт йоғонто яһай. Быйыл төрлө ҡоротҡостар әүҙемләште. Быға тиклем ҡоротҡостарға ҡаршы урман хужалыҡтары дөйөм эшкәртеү үткәрә ине. Хәҙер ағыу һиптерергә ярамай, шуға әлеге проблема килеп сыҡты. Ебәк күбәләген кәкүктән башҡа бер ҡош та ашамай. Тимәк, киләһе йыл был ҡоштар һаны артасаҡ. Әлеге ҡоротҡостарҙың үҫеү һәм үрсеү мәле – 11 йыл. Быйылғы әүҙем үҫештән һуң, әлегеләй хәл тағы бер тиҫтә йылдан ғына ҡабатланасаҡ, – тип аңлатма бирҙе биология фәндәре кандидаты, бөжәктәрҙе өйрәнеү буйынса белгес Михаил Кривошеев.

Ауырғазы районында ла болон күбәләге ҡарышлауыҡтары күбәйгән. Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Гөлшат Хәбибуллина яҙын ағастарға иғтибарлы булырға саҡыра.

– Тәүҙә япраҡтарҙа тишектәр барлыҡҡа килә. Ауҙар күренһә, формаһы үҙгәрһә, шунда уҡ баҡса ағастарын эшкәртергә кәрәк. Япраҡтарҙы йыйып яндырығыҙ. Ҡарышлауыҡтарҙы баҡсала ҡул менән йыйырға була. Айырыуса улар иртәнсәк әүҙемлек күрһәтәләр.  “Искра”, “Командор”, “Алатар”, “Кинмикс” кеүек дарыу­ҙарҙы ҡулланырға була. Экологик саралар ҡулланырға булһағыҙ, ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ылыҫлы ағастарҙың төнәтмәһе менән эшкәртергә кәрәк. Бынан тыш, улар әрем, гәрсис, помидор япраҡтарынан төнәтмәне яратмай. Ҡарышлауыҡтарҙы йыйғанда, бирсәткә кейергә онотмағыҙ, сөнки уларҙың йөнө ағыулы һәм аллергия башланыуы ихтимал, – ти Гөлшат Хәбибуллина.


Лилиә НУРЕТДИНОВА

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2023-06-06/bolon-k-b-l-ge-shash-an-3289407

Автор:
Читайте нас: