+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
12 Февраль , 16:00

Үҙ фатирын бүләк иткәнен дә белмәгән

Мутлашыусылар көндән-көн әүҙемләшә генә бит. Халыҡты төп башына ултыртыуҙың ниндәй генә юлдарын уйлап тапмайҙар. Хатта электрон имзаларҙы ҡуйыу ғына түгел, кешеләрҙе күсемһеҙ милектәренән, йәшәп ятҡан торлаҡтарынан ҡолаҡ ҡаҡтырырға өйрәнеп алғандар.

Үҙ фатирын бүләк иткәнен дә белмәгән
Үҙ фатирын бүләк иткәнен дә белмәгән

Бына ошондай осраҡ Мәскәүҙә теркәлгән. Ошо ҡалала йәшәүсе бер ир коммуналь хеҙмәттәр өсөн сираттағы түләү квитанцияһында фатирының хужаһы икенсе кеше булыуын күреп, ғәжәпкә ҡалған. Реестрға мөрәжәғәт иткәс, шул асыҡланған. Баҡтиһәң, ул үҙ фатирын көҙ көнө үк Өфөлә йәшәүсе бер әҙәмгә бүләк иткән икән. Өҫтәүенә, ул был эште дистанцион рәүештә, документтарға электрон цифрлы имза менән ҡул ҡуйып эшләгән.

Зыян күреүсе үҙ бер ҡайсан да электрон имза рәсмиләштермәүен белдергән. Әммә был аферистарға килешеүҙе рәсми рәүештә теркәргә һис ҡамасауламаған. Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп, ЕГРН – берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә алған. Унда уның 2018 йылдың 22 октябрендә фатирын таныш булмаған кешегә бүләк иткәнлеге күрһәтелә. Росреестрҙа ла рәсми рәүештә раҫлағандар: күсемһеҙ милек ысынлап та бүләк ителгән. Документтар электрон рәүештә цифрлы имза менән тапшырылған. Барыһы ла законлы.

Йортһоҙ ҡалған мәскәүле алдағы йылдың көҙөндә “дәүләт хеҙмәттәре”ндәге шәхси кабинетын емерергә тырышҡандарын белдергән.  Ул “техник ярҙам”ға мөрәжәғәт иткән, әммә уға законһыҙ ғәмәлдәр күҙәтелмәй тип яуап ҡайтарғандар.

Фатирҙың бер хужанан икенсеһенә күсеүе “һатып алыу – һатыу” булараҡ түгел, ә бүләк булараҡ, нотариус ҡатнашлығынан тыш башҡарылған. Бүләк итеү килешеүе ике яҡтан электрон имзалар менән нығытылған.

Шул уҡ ваҡытта, Өфөлә йәшәүсе яңы “фатир хужаһы” ла үҙенең килешеүҙә ҡатнашҡанлығын, Мәскәү тиклем Мәскәүҙән фатир бүләк итеүлеүен белмәгән... Ғәжәп, шулай бит? Полицияға алдау хаҡында ғариза бирелгән тикшереү бара.

Фото: https://www.kommersant.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: