+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
20 Февраль , 15:00

Баҡсасылар һаҡ булығыҙ!

Хәҙер Рәсәйҙә өс төҫлө ипомея (ипомея трехцветная) сәскәһен үҫтергән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттыра башлаясаҡтар.

Баҡсасылар һаҡ булығыҙ!
Баҡсасылар һаҡ булығыҙ!

Уны үҫтереүселәр ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителергә мөмкин. Сөнки был үҫемлектең орлоғонда наркотик һәм галлюциноген матдәләр барлығы асыҡланған. Шуға ла инде был сәскәне опиум мәгенә һәм марихуанаға тиңләйҙәр.

Өс төҫлө ипомеяны үҫтереү наркотиктар етештереү тип иҫәпләнәсәк тигән документҡа ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Унда әйтелеүенсә, әлеге сәскәне 10 һәм унан да күберәк төп үҫтергән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттыралар. 10-дан алып 100 төпкә ҡәҙәр үҫтереү ҙур күләмдәге енәйәт ти һаналасаҡ.

Был сәскәне ниндәйер маҡсат менән үҫтереүселәрҙән тыш, үҙаллы үҫкән үҫентеләр өсөн дә яза ҡарала. Ә бит ипомея бик тиҙ тарала. Шуға уның штрафҡа эләгерлек күләмдә үҫеп китеүен күрмәй ҡалыуың да бар. Бик иғтибарлы булырға кәрәк.

Әйткәндәй, ипомеяның өс төҫлөһөнән тыш. Уға оҡшаш тағы ла бер нисә төрө бар. Уларҙы нисек тикшереп ни төрлө асыҡлыҡтар – уныһын ваҡыт күрһәтер, тиҙәр эксперттар.

Фото: dzen.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: