+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Февраль , 08:30

ҠОРТ

Хәмзә дуҫты өс йылға ултыртып ҡуй­ғандар. Баҡһаң, полиция хеҙмәт­кәр­ҙәре менән һуғышҡан һәм башҡа йүнһеҙлектәр ҡылған. Был хәбәр башҡа күҫәк менән тон­дор­ғандай булды. Хәмзәнән дә тынысыраҡ ке­шене минең осратҡаным да юҡ. Йәш саҡта уны машинала йөрөргә өйрәткәйнем. Танытмаһын саҡ алып, яңғыҙ руль артына ултырырға шөрләңкерәй ине. Машина транспорт гөжләп торған юл сатында һүнде лә ултырҙы. Хәмзә ҡаушаны, ни ҡылырға белмәй сәбәләнә башланы, тип уйлай­һығыҙмы?

ҠОРТ
ҠОРТ

Ә уның хатта тауышы ла үҙгәрмәне, арттағы машиналарҙың туҡтауһыҙ геүелдәтеүенә иғтибар ҙа итмәй, әкрен генә хәбәрен һөйләүен дауам итте. Етмәһә, оҫталығы самалы булғас, “Жигули” һүнә лә ҡуя, өс тапҡыр маташып, саҡ ҡуҙғалып киттек.
Киләһе өс йыл бик оҙаҡ һуҙылғандай булды. Ниһайәт, төрмәнән ҡотолған дуҫымды күргәс, күңелде өйкәп торған һорауҙы бирҙем — нәмә булды һуң?
– Юлды йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындан һәм светофорҙың йәшел утына сығырға кәрәк! – тип ҡуйҙы ябығып, ҡартайып киткән Хәмзә.
– Уныһын ғына беләбеҙ, кешене төрмәгә тығыу өсөн шул ғына сәбәп була алмай бит! – тим.
Баҡһаң, бер ҡояшлы иртәлә фатирынан икмәк алырға сыҡҡан булған. Магазин уның йорто ҡаршыһында ғына, юл аша урынлашҡан, ә светофорға тиклем йөҙ метр самаһы атлап барырға кәрәк. Ул, ғәҙәттә, урап йөрөй торғайны, саф һауала урамда йөрөү ҙә файҙаға ғына. Тик тап шул ваҡытта улы ғаиләһе менән ҡунаҡҡа килгәс, ашығырға тура килә. Юлды тураға сығырға әллә эстәге берәй ҡорт, әллә шайтан ҡотортто бит, ти Хәмзә. Урамда бер машина ла күҙгә салынмай, тик ҡаршы яҡҡа сығып етер-етмәҫтән эргәгә полиция машинаһы килеп туҡтай, әзмәүерҙәй тәртип һаҡсылары ике яҡтан ҡултыҡлап та ала. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн протокол төҙөп, 500 һум штраф сәпәйҙәр.
Өйөнә ҡайтҡас, ул протокол копияһын улына биреп, штрафты түләүен һорай. Улы оҙаҡ ҡына маташһа ла, күрһәтелгән реквизиттар буйынса аҡса күсерә алмай. Һуңыраҡ берәй нисек түләрмен әле, тип уйлай ҙа йорт хужаһы – онота.
Өс ай үткәс, тап ул кредит түләй торған көндә, банкыларҙағы иҫәптәре ябылыуы тураһында хәбәр алып, йығылып китә яҙа. Әгәр кредитты ваҡытында түләмәһәң, нәмә булыуы билдәле, икеләтә арттырып бирергә мәжбүр буласаҡһың. Хәмзә шунда уҡ банкыға табан йүгерә – уныһы ябылырға ваҡыт күп тә ҡалмай. Ҡаршыһына осраған кешеләрҙең үҙенә берсә һоҡланыулы, берсә мыҫҡыллы ҡараштары ла уны туҡтатмай. Күрәһең, бер центнерҙай тартҡан оло йәштәге ирҙең йүгереүе һимеҙ пингвиндың сәбәләнеүен хәтерләтәлер. Банк ябылмаған була, сираты ла ярты сәғәт тигәндә саҡ етә. Был ваҡытҡа инде йөрәге тулауҙан туҡтап, тигеҙерәк һулыш ала башлай. Тәҙрә артында ултырған мөләйем ҡыҙ иҫәп ябылғас, бер нәмә лә ҡылып булмауын әйтә, суд приставтарына мөрәжәғәт итергә ҡуша һәм утыҙ ике тешен күрһәтеп йылмайып... теләгән суммаға кредит алырға тәҡдим итә.
Өйөнә ҡайтышлай магазинға һуғылған иргә алған аҙыҡ-түлекте касса янында ҡалдырып китергә тура килә. Ул башына төшкән бәлә хаҡында ла, кеҫәһендә бер тин аҡса булмауын да онота шул. Ике карточкаһының береһенән аҡса күсереп булмай, уның сәбәләнеүен аптырап тамаша ҡылған сиратта тороусыларҙың араһында күршеләре, ара-тирә һаулыҡ һорашып йөрөүсе таныштары ла күренә. Почта йәшнигендә иһә сираттағы айға фатирға түләү квитанциялары ята. Арманһыҙ булып өйөнә ҡайтып ингәс, ҡатыны ла ҡыуандыра: баҡһаң, ейәндәренең тыуған көнөн ошо ялда уларҙа үткәрмәкселәр икән, тимәк, магазин юлын кәм тигәндә ике тапҡыр урарға кәрәк буласаҡ. Ә өс көндән машинаның стра­ховкаһы ғәмәлдән сыға. Банкылағы сибәр ҡыҙ ҙа, штрафын түләгәс тә карталар эшләмәйәсәк әле, бер аҙ ваҡыт үтәсәк, тип ҡурҡыта бит.
Икенсе көн ул суд приставтарына йүнәлә. Бындай үткеһеҙ сиратты совет осоронда Мәскәүҙәге Ленин мавзолейына барғанда ғына күргәне булғандыр. Бер сәғәт сиратта тороп ялҡҡас, шул асыҡлана: баҡһаң, уға ҡаланың икенсе осондағы филиалға, үҙе йәшәгән яҡҡа барырға кәрәк икән. Ир унда ла хәтһеҙ ваҡыт сиратта тороп, ниһайәт, белгес менән осраша. Уныһы оҙаҡ ҡына ҡағыҙҙарҙы өйрәнеп ултырғас, штраф түләү квитанцияһы яҙып бирә һәм юл ашаһындағы банкыға барып түләп, квитанцияны үҙенә кире килтерергә тәҡдим итә.
Ир кеше йәнә сәғәткә яҡын сиратта тороп, штрафын барып түләй. Тик сәғәтенә күҙ һалғас, ҡото алына – суд приставтарының теүәл ун минуттан эш көнө тамамланасаҡ бит. Квитанцияны йәһәтерәк тапшырып ҡуйырға кәрәк – иртәгә шуның өсөн килеп йөрөйһөңмө, һаман ваҡыты ла үтә. Ул сығып йүгерә. Кәрәкле учреждение юл аша ғына ла бит, ә светофорға тиклем байтаҡ ара бар. Ураһа өлгөрмәй, быныһы көн кеүек асыҡ. Ярай әле урамда бер машина ла күренмәй. Урамды йүгереп сығыуы була... сирена тауышы ишетелә. Әзмәүерҙәй ике тәртип һаҡсыһы тып итеп эргәһенә килеп баҫа һәм машиналарына ултырырға тәҡдим иттә.
– Егеттәр, бик ҡабаланам, квитанцияны ғына тапшырып сығайым,– тип инәлә ир.
– Ултырығыҙ! – тип бойора өлкәнерәге һәм машина ишеген аса.
Тап бына шул саҡта дуҫымды икенсегә әллә шайтан ҡоторта, әллә күңеленә оялаған ниндәйҙер ҡорт үҙенең барлығын белдерә. Ҡапыл һуңғы тәүлектәге бөтә бәләләре, һыҙланыуҙары иҫенә төшә һәм тәртип һаҡсылары хаҡында нәмә уйлай, барыһын да йөҙҙәренә бәреп әйтә. Машинаға өҫтө­рә­гән мәлдә бер ҡулын ысҡындырған ыңғай­ға яңылыш полиция хеҙмәткәренең танауына эләктерә, уныһы ҡанай башлай. Әлбиттә, тәртип һаҡсыһына ҡул күтәргәс, тейешле язаһын да күтәрергә тейешһең. Шундай ауыр енәйәтте хоҡуҡ органдары бер нисек тә йомоп ҡала алмай! Ҡырҡ йыллап бер заводта эшләп, бөтә төбәккә билдәле оҫта булыуың ғына һине төрмәнән йолоп ҡалырға ярҙам итмәйәсәк.
Күргәндәрен һөйләп бөткәс, Хәмзә светофор яғына табан атланы.
– Йортоң ҡаршыла ғына бит, ниңә әллә ҡайҙан урап йөрөйһөң? – тим аптырап.
– Юлды светофорҙың йәшел утына ғына сығырға кәрәк! – тип ҡуйҙы дуҫым һәм китеп барҙы.
Дөрөҫ әйтә шул, дәүләт машинаһы ҡорт урынына иҙеп китмәһен тиһәң, билдәләнгән тәртип буйынса йәшәргә, урау булһа ла юлдан йөрөүең яҡшы. Тура һәм матур юлды күрһәң дә.

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас: