+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
4 Март , 16:00

Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын

Тыуғандан алып бергә уйнап үҫкән, аҡыллы, һылыу, эсмәгән-тартмаған, юғары белемле күрше егете ҡала ҡыҙына өйләнде. Гөрләтеп туй үткәрҙек. Егеттең атаһы күптәнән мәрхүм, шуға күрә бөтөн ауыл менән күтәрештек был туйҙы, тигәндә лә була. Туйҙан һуң ҡалаға китте лә ғәйеп булды минең дуҫ. Яңгыҙ әсәһенең яңгыҙ малайы йылына бер ҡайтып ураһасы 150 саҡрым ерҙә генә ятҡан ҡаланан. Инәйҙең көйгәнен, эсе бошҡанын күреп йөрөйбөҙ бит инде. Ярҙамдан ташламайбыҙ. 

Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә –  ҡатын
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын

Әммә әсә кешегә балаһының бер йылы һүҙе кәрәктер инде. Һағына. "Әйҙә үҙебеҙ барып киләйек, инәй", тием. "Эй, балам, күптәнән йүгереп барып килер инем дә бит, малайым минең менән йүнләп һөйләшмәй ҙә бит. Шылтыратма, кәрәк булһа, үҙем шылтыратырмын, ти ҙә, шуның менән бөттө". Инәй өсөн йән әсей. Шул яңғыҙ малайын, кешенән кәм-хур булмаһын тип, әйҙә кейендерҙе, әйҙә һыйланы йүгереп йөрөп, уҡытып сығарҙы. Ә уныһы бесәнгә лә ҡайтмай ята. Кеше шул хәтлем үҙгәрергә мөмкинме ни бер йыл эсендә? Эштән бер ҙә ҡурҡмай үҫте һымаҡ. Класташтары менән дә араһы өҙөлдө. Осрашыуға ла килмәне. Ҡатыны тотҡон кеүек итеп тота уны, телефондан да иркенләп һөйләшә алмай бит ул, һәр аҙымын тикшереп кенә тора, тигән кеүегерәк хәбәрҙәр ишетелеп торҙо. Әсәй кеше таныштары аша һаман да итен, ҡаймағын ебәреп торҙо. Килен тигән кеше йыландан да яманыраҡ булып сыҡты. Туғандары, дуҫтары, әсәһе менән аралашмай биш йылға яҡын йәшәгәндер меҫкен ир. Меҫкен инде, ҡурҡаҡ. Бәһлеүәндәй ирҙең быйма башындай ҡатынынан ҡурҡып йәшәүе башҡа һыйырлыҡ түгел ине, әлбиттә. Инде ғүмер буйы шулай дауам итерме тип күршем өсөн эсем бошоп йөрөгәндә ҡайтып төштө бит был бер заман. Бот сабып аптырарлыҡ та ине шул. Сәбәбе ни ябай ғына булып сыҡты: теге албаҫты ҡатыны бер иргә эйәреп сыҡҡан да киткән икән. Балаһын да алмаған үҙе менән. Бына шул көндән тормошо алға китте бит инәйемдең дә, дуҫымдың да. Бер балалы бынамын тигән уңған, алсаҡ ҡатын менән танышып, ҡауыштылар. Шул уҡ ҡалала йәшәйҙәр. Хәҙер инде ял һайын тигәндәй осоп ҡайталар. Был килен теттереп донъя көтә торған ҡатын булып сыҡты. Инәйемдең бөтә эшен һыпырып эшләп сыға. Ҡунаҡҡа ла алып ҡайталар инәйҙе. Инәйем китте йәшәреп, төҫ инеп. Элек башын аҫҡа эйеп, саҡ атлап йөрөгән кеше ни һикерәнләтә баҫып үтеп китә урам буйлап. "Киленемә рәхмәттәр генә яуһын", тип ҡабатлай ятһа ла, торһа ла. Бына шулай, туғандар, дуҫтар менән бергә-бергә бәхетле йәшәп ята минең хикәйәм геройҙары. Был әкиәт түгел, ысын булған хәл. Кемдәргәлер ғибрәт булһын, кемдер үҙ хатаһын һуң булмаҫ элек аңлаһын тигән маҡсат менән яҙылды был. Аҙағынан шуны әйтке килә: ирҙең ҡурҡаҡлығын хуплмайым. Әммә, иренән бөркөт яһаған ҡатындар ҙа етәрлек бит әле. 

Фото: smartik.ru

Сығанаҡ: https://vk.com/club158369328

Автор:
Читайте нас: