+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
6 Март , 18:00

Әсәһенең аҡсаһы елгә осҡан...

Омск ҡалаһында мутлашыусылар уйын валютаһын һатып алырға теләгән 10 йәшлек ҡыҙҙы алдаған.

Әсәһенең аҡсаһы елгә осҡан...
Әсәһенең аҡсаһы елгә осҡан...

Полицияға ғариза менән Омскиҙа йәшәүсе ҡатын мөрәжәғәт итә, ул үҙенең банк картаһынан 100 мең һум аҡса юғалғанын хәбәр итә. Баҡтиһәң, мутлашыусылар тоҙағына уның 10 йәшлек ҡыҙы эләккән, ҡыҙ популяр мессенджерҙа онлайн-уйында бушлай валюта таратыу хаҡында реклама күреп ҡала.

Шул номерға шылтыратып, ул билдәһеҙ ҡыҙ менән элемтәгә инә, тегенеһе валютаны ҡабул итеү өсөн телефон һандары һәм банк картаһы кәрәклеген аңлата. Ҡыҙ әсәһенең банк картаһын алып, фотоға төшөрөп, күрһәтелгән номерға ебәрә.

Аферистар элемтәгә инеүҙән туҡтай, ә әсәһенең картаһынан шунда уҡ барлыҡ аҡсалар юҡҡа сыға. Ҡәҙерле ата-әсәләр, балаларығыҙға сит кешеләр менән телефондан һөйләшергә, шулай уҡ уларға документтарҙың фотоларын, карталағы һандарҙы, паролдәрҙе әйтергә ярамауы хаҡында һөйләп, киҫәтеп, аңлатып ҡуйығыҙ!

Фото: dzen.ru     

Автор:
Читайте нас: