+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
12 Март , 12:30

Йомортҡа һатам тип...

Баймаҡта йәшәүсе бер ҡатын мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуы хаҡында ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән. Социаль селтәрҙәргә үҙе аҫраған тауыҡтарҙың йомортҡаһын һатам тип иғлан урынлаштырған булған. Күп тә көттөрмәй, потенциаль һатып алыусы элемтәгә сыға.

Йомортҡа һатам тип...
Йомортҡа һатам тип...

Ул, ханымдың зиһенен сыуалтып, йомортҡа өсөн алдан түләп ҡуям тип алдап, смс-хәбәрҙә килгән кодты әйттергән. Һөҙөмтәлә ҡатындың картаһынан 28 мең һум аҡсаһын сәлдергән.

Көн һайын яҙып, һөйләп, күрһәтеп торған өҫтөнән шулай алданыусыларға үҙҙәре ғәйепле тип әйтке килә, ә икенсе яҡтан уйлағанда, күрәсәк булмаһын  инде...

Фото: szaopressa.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: