+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
13 Март , 11:00

Аксаков йорто өрәге

Ҡарттың өрәге лә тынысланмаған. Кис менән кешеләр уның таяҡ менән шаҡығанын, ишек шығырлатҡанын ишетә. Ҡайһы ваҡыт бында баҫҡыстан төшөп килеүсе аҡ сәсле, һаҡалы еткән ҡартты ла осраталар.

Аксаков йорто өрәге
Аксаков йорто өрәге

Был йортта күренекле яҙыусы Сергей Аксаков үҙенең бала сағын үткәрә. Уның менән олатаһы, алпауыт Николай Зубов бар ғүмерен үткәреп, һуңынан баҡыйлыҡҡа күсә. Ләкин ҡарттың өрәге тынысланмай, яҡындары күңеленә ҡурҡыу һалып, бүлмәләр буйлап йөрөй. Сергей бала сағында шул өрәктән бик ҡурҡа. Был хаҡта ул үҙенең “Детские годы Багрова внука” әҫәрендә былай тип яҙып ҡалдыра: “Мин ул йәшәгән бүлмәгә яҡын килергә лә ҡурҡып, эргәһенән үткәндә күҙҙәремде йома инем”. Бер ваҡыт, ишек алдында йөрөгәндә, Сергей тәҙрә аша олатаһы кабинетында аҡ кейемле шәүлә йөрөгәнен күреп ҡала. Ҡурҡыуынан малай ҡысҡырып ебәрә һәм аңын юғалта. Беҙҙең көндәрҙә реставрация яһағанда, был тәҙрә штукатур ҡатламы аҫтында асыла. Тәҙрә уйымын ҡасандыр билдәһеҙ кешеләр кирбес менән тултырып ҡуйған, күрәһең.

Ҡала риүәйәттәре һөйләүенсә, ҡарттың өрәге лә булһа тынысланмаған. Кис менән кешеләр уның таяҡ менән шаҡығанын, ишек шығырлатҡанын ишетә. Ҡайһы ваҡыт бында баҫҡыстан төшөп килеүсе аҡ сәсле, һаҡалы еткән ҡартты ла осраталар. Был хәлгә ишектәрҙең һәм эске тәҙрәләрҙең асылғанда ҡурҡыныс итеп шығырлауы ла өҫтәлеп, күңелдә аңлашылмаҫ шом тыуҙыра. Һынап ҡарағығыҙ килһә? Ҡараңғы төндә Аксаков йорт-музейы тирәһенә килегеҙ.

Фото: photoby.ru

https://tulpar.info/articles/khikm-ti-d-nya/2024-03-08/ufany-t-p-r-ge-aksakov-yortynda-yashi-3672978

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: