+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Март , 13:00

Мине минһеҙ өйләндергәндәр...

Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе бер ханым үҙенең 21 йыл элек кейәүгә сығыуын белеп, шаҡ ҡатҡан

Мине минһеҙ өйләндергәндәр...
Мине минһеҙ өйләндергәндәр...

Ул был никахты дөрөҫ түгел тип таныу өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан еренән әлеге ханым үҙенең ғаилә хәле хаҡында яңылыҡ асҡан. Баҡтиһәң, ул 21 йыл буйы рәсми рәүештә ир ҡатыны булып һаналған...

Әлеге никах Акттар теркәү китабына ла индерелгән. Әммә ханым бер ниндәй ҙә ғариза ла яҙмаған, никахлашыу тантанаһында ла ҡатнашмаған. Шулай уҡ ул Акттар теркәү китабына ла имза ҡуймаған.  Ул “ире” менән бер уҡыу йортонда уҡыған. Ҡасандыр егет ҡыҙға фиктив никах яһарға тәҡдим иткән булған, ләкин ҡыҙ баш тартҡан. Ханым ирекле рәүештә никахлашыу хоҡуғын боҙоу, уның имзаһын яһап ҡуйыу хаҡында ялыу менән судҡа мөрәжәғәт иткән. Яҙыуҙы тикшереү экспертизаһы имзаның ялған булыуын раҫлаған һәм уның мөрәжәғәтен ҡәнәғәтләндергән. Никах дөрөҫ түгел тип табылған. Урыҫтарҙың “мине минһеҙ өйләндергәндәр” тигән һүҙҙәре тура мәғәнәһе менән дә был тормошта урын таба икән...

intertat.tatar

Фото: zelengarden.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: