+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
26 Март , 08:00

Тамашасыһыҙ кисә

Күптән түгел Кәлиә Фә­нисованың (исе­ме үҙ­гәр­телде) ижад кисәһенә ба­рып, матур тамаша ҡарап ҡай­тырға насип булды. Талантлы ханым билдәле педагог, Рәсәйҙең Яҙыу­сылар һәм Журналистар союздары ағза­һы, баш­ҡорт әҙип­­тәренең байтаҡ ши­ғыр­ҙарын рус те­ленә тәржемә итеүсе булараҡ та күптәргә таныш. Әйткән­дәй, уның йырҙары Лилиә Ишем­йәрова, Заһир Иҫәнсурин кеүек таланттар репертуарында ла лайыҡлы урын биләй. 

Тамашасыһыҙ кисә
Тамашасыһыҙ кисә

Тиҫ­тәгә яҡын шиғыр китабы авторы, гитарала, думбырала, фортепианола күңел ҡылда­рын тирбәлтерлек итеп уйнаған, ғәжәйеп матур тауышлы Кәлиә Фәнисованың уңыштарына таң ҡалырлыҡ.
Ижад кисәһе иҫ киткес матур үтте. Зал йәмле итеп биҙәлгән, китап һатыу ойош­торолған, сәхнә сәскәгә күмел­гән, тик... зал ғына буш. Тамашасылар һаны йөҙгә лә ­етмәгән­дер, башлыса ижад ки­сә­һе үт­кә­реү­сенең туғандары, дуҫ­тары килгән, буғай. Мин үҙем дә концерт буласағын ос­раҡлы ғына белеп ҡалдым. Ҡыҙыҡ, ошо мәҙәниәт йорто директоры урынбаҫары ла Кә­лиә Фә­ни­сованы белмәй булып сыҡты, уның әйтеүенсә, “урта йәш­тәр­ҙәге ҡатын” концерт ҡуя. Эргәлә генә бер нисә колледж, башҡа уҡыу йорттары бар, өҫтәүенә, инеү бушлай. Реклама күберәк булһа, зал, моғайын, тулыр ине.
Концерттарға халыҡ йөрөмәй, тип әй­тергә ярата ҡайһы бер мәҙәниәт өлкә­һендә эшләүсе чиновниктар. “Оло йәштәге ҡатын концерт ҡуя” тип тамашасы саҡыр­һаң, хет Ирина Аллегрова йырлаһын, халыҡ йыйылырмы икән?

Йәүҙәт ӘХТӘМОВ,
хеҙмәт ветераны.

Автор:
Читайте нас: