+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
27 Март , 15:00

Мин – шағирә!

Венер ИСХАҠОВ Кемдер редакция ишеген ша­ҡыны.– Әйҙүк, үтегеҙ.– Һауҙармыһығыҙ?– Һаубыҙ әле.– Әҙәбиәт бүлеге ошомо?– Тап шулай!– Әтеү миңә кәрәк кешеләр как раз һеҙ булаһығыҙ инде.Улай ҙа былай ҡупшы кейенгән ҡатын бит остарын уймаҡлан­ды­рып, ихлас йылмайҙы. Унан берсә мине, берсә Сәлимде күҙҙәре менән ҡапшап:– Шағирә булам, – тип таныш­тырғас, икебеҙ ҙә бер-беребеҙгә йылп итеп ҡарағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡал­дыҡ.

Мин – шағирә!
Мин – шағирә!

Белла Ахмадуллина, Зөһрә Ҡот­ло­гил­дина кеүек шағирәләрҙе бе­­лә­­­беҙ, ә быны тәүгә күреүебеҙсе! Нишләп бы­ға­са арабыҙҙа шундай талант йөрө­гәнен белмәгәнбеҙ ҙә, күрмәгәнбеҙ ҙә? Үҙебеҙ бер туҡтауһыҙ әҙәбиәт ту­ра­һында сурытҡан булабыҙ бит әле килештереп. Оят булып китте, ижад өлкәһендә үтә лә һай йөҙөүебеҙ өсөн ғәрлек ине беҙгә. Ул арала ша­ғирә ханым нилектән килеп сығыуын тәҡрарланы.
– Быға тиклем заводта эшләгәйнем. Быйыл пинсегә сыҡҡас, ваҡыт үткәрә алмай хыялыйҙар була яҙҙым. Төнө буйы керпек тә ҡаға алмайымсы бына, йоҡо дарыуы ла эсеп ҡарайым, фай­ҙаһы юҡ инде, юҡ. Шағирҙарға, теге ни, нимә тип атала әле, – ҡатын нимә­нелер иҫенә төшөрөргә тырышып, йыуан бармаҡтарын баш осонда бейетте, ә-ә-ә, илһам, илһам, бына шул нәмәҫтәкәй төндә килә тип ишеткә­нем бар ине. Мәйтәм, нишләп алтын кеүек ваҡытты биздилаға үткәрәм әле. Күҙҙе упайтып бушҡа өйәҙәп ятҡансы тип, шиғыр яҙа башлағайным, килде лә сыҡты. Хәҙер шишмә кеүек ур­ғылып тора бына, яҙып ҡына өлгөр. Пустуй ғына эш икән ул.
Ҡатын шулай тине лә китап кеүек ҡалын дәфтәрен Сәлимгә килтереп һондо. Унан йәнә лә тытылдығын сыҡты.
– Хәҙер мине күрше-тирәләр, туған-тыумасалар үҙебеҙҙең шағирә тип кенә тора. Ҡайҙа бармайым, иң тәүҙә миңә ололоҡлап һүҙ бирәләр. Дан­лыҡ­лы кеше булыу яман эрәхәт икән ул. Береһе, туғанымдың тыуған көнөнә шиғыр ғына яҙып бирсе әле тип килә, унан – икенсеһе.
Яңы асылған талант эйәһенең ижад емештәре үтә “татлы”нан булды ахы­ры­һы, уны тәмләгән һайын бы­ғаса кәйефле генә ултырған Сәлимдең йөҙө сирыла барҙы. Ә шағирә сурытыпмы сурытты:
– Нишләп шуны электән яҙма­ғанмын икән, заводта эт урынына һөйрәлгәнсе. Шиғырҙы мө­гөҙ­лө кешеләр уйлап сығара­лыр шул. Хикәйә менән ыуаҡ­ланып торманым инде. Китабы сыҡһа, ши­ғырҙың аҡсаһы ла шәберәк була, тиҙәр...
Шағирәнең бөтә ауылдың фотоларын йыйған альбом кеүек ҡалын дәфтәренән айырыла алмай ултырған Сәлим күҙҙәрен берсә аҡайтып, берсә йомоп-йомоп ала. Уның бындай реак­цияһына түҙмәй мин дә урынымдан тороп, көтмәгәндә балҡып килеп ингән халыҡ шағирәһенең дәфтәренә текәлдем. Уҡый башлаған шиғырым­дың тәүге юлы – Зөһрә Ҡотлогил­динаныҡы, аҙаҡҡы ике юлы өсөнсө көн элек кенә гәзитебеҙҙә сыҡҡан Рәзилә Ырыҫҡужинаның шиғырынан ине...

 

Автор:
Читайте нас: