-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
29 Март , 15:25

Табип

Делянканан утынға ағас сығара инек ул көн. Үҙең тотонһаң, утын, һа­тып алғанға ҡарағанда, күпкә ос­һоҙға төшә. Ағасты трактор тейәй, ә мин арба башында уны рәтләп, шыплап һалып йөрөйөм. Бына, ниһайәт, те­йәп бөттөк тип, арбанан ергә һикергәйнем, аяҡ сәңкеп ауыртыуҙан тәгәрәп киттем. Баш бармаҡҡа төштөм шикелле, тигән уй йәшен тиҙлегендә барлыҡҡа килде лә, һыҙланыуға ҡушылып, булмышты ялманы. Һынмаһа, ярар ине.

Табип
Табип

Тәүҙә үлтереп ауыртҡан аяҡҡа ҡы­ҙыу­лыҡ менән һылтыҡлап булһа ла баҫа инем әле, ҡайтып етеүгә, теге бармаҡ күгәреп тә сыҡҡан. Был хәл, баяғы, бармаҡ һыныуға туп-тура иша­ра. Бөгөн ял, амбулатория эшләмәй, ә тиҙ ярҙамды ошо, минең өсөн оло булһа ла, дөйөм алғанда, ваҡ мәсьәлә менән борсоғо килмәй. Ни эшләргә? Ҡапыл ауылдашым Морат ағай иҫемә төштө. Ишматов. Ул, бер ҡулын юғал­тыуға ҡарамаҫтан, һыңар ҡулы менән һылап-һыйпап, кешенең сыҡҡан быуынын ултырта, төрлө үләндәр кәңәш итә торған ине.
Кәләшем менән бер әсмүха сәй алдыҡ та, машинаны ҡабыҙып, киттек күренергә. Әмәлгә ҡалғандай, юлы­быҙ­ға Морат ағай үҙе тап булды.
– Морат ағай, – тием, – һеҙгә күре­нер­гә китеп бара инек, аяғымды ауырт­тырҙым, – тип өндәшәм.
– Улым, һин ҡайҙа күргәнең бар, та­биптың ауырыуҙы тышта ҡабул иткә­нен? – “докторымдан” ундай яуап көт­мәгәйнем. Шуға баҙап ҡалдым, ә ул, хәлемде аңлап, көлөп ебәрҙе.
– Өйөмә бара тороғоҙ, хәҙер, һарыҡ­тарҙы ҡарайым да, ҡайтам.
Аптыраныуҙарым алда булған икән әле, ауыртҡан бармаҡты диҡҡәт менән ҡарап сыҡҡас, шундай вердикт сығарҙы халыҡ табибы:
– Балнисҡа барып йөрөмә, гипс һал­­һалар ыҙаларһың, бармағың сат­наған ғына, аҫлы-өҫлө шына һал да, дегәнәк япрағын йылы һыуға манып, урап ят. Биш көндән ныҡлап аяҡҡа баҫырһың.
Уның ошо яп-ябай ысул менән дауалауына эстән шикләнеңкерәһәм дә, барыһын да ул әйткәнсә эшләнем. Һәм... биш көндән аяғыма баҫтым. Хә­ҙер ҙә һағынып, һоҡланып иҫкә алам Морат ағайыбыҙҙы, йәне йәннәттә булһын.

Әхәт ИШБУЛАТОВ.


Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: