+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Апрель , 13:30

Ялағай

Марат ӘМИНЕВ Шәмси Ябағаев иртәнән бирле кү­ңе­ленә тынғы тапмай. Нә­мә­не­лер эшләргә онотҡан һымаҡ, әммә ни икәнен хәтеренә төшөрә алмай, гүйә, яңы ҡырҡҡа еткән ир түгел, ә туҡһан йәшлек ҡарт. Фатирын эшкә киткәндә бикләп сыҡты, үтек-фәләнде розет­ка­ға тығылған ки­леш онотоп ҡалдыр­ма­ны, үҙенең, машинаһының доку­­мент­тары кеҫәһен­дә. Йә инде, тағы нәмә онотолорға мөмкин? Ауыр уйҙарҙан ҡотолорға теләп, Ябағаев социаль селтәрҙәге сәхи­фә­һен асты. Гәзит-журналдарҙы уҡыусы­лар һирәгәйҙе хәҙер, бөтә яңылыҡты шул таҫманан күрәһең. Бына һиңә мә!

Ялағай
Ялағай

Ҡалалағы иң ҙур төҙөлөш ойошмаһы үҙәк урамдарҙың береһендә күккә олғаштырып байтаҡ йорттар һалырға ниәтләй икән. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: тарихи ҡомартҡы иҫәпләнгән байтаҡ биналарҙы ла ер менән тигеҙлә­йә­сәктәр. Генераль план буйынса Яба­ғаев эшләгән учреждение урынында ла 30 ҡатлы йорт төҙөләсәк. “Туймаҫ тамаҡтар, сәнселеп кенә китһәгеҙ ярар ине!” тип бер талай үрһәләнеп алды ла Ябағаев, был хәбәр аҫтына... лайҡ ҡуйҙы, бер аҙ уйланып ултырғас, “ҡаланы гөл-баҡса итеп үҙгәртеүсе­ләргә дан!” тип яҙып ҡуйҙы. Был төҙөлөш ойошмаһы иң ҙур етәксенең улыныҡы бит, тән­ҡит һүҙе яҙып ҡара, иртәгә үк халыҡ дошманы яһаясаҡ­тары көн кеүек асыҡ. Ә ул бәләкәй генә булһа ла ойошманың етәксеһе бит әле. Пенсияға иртә, балалары ла урынлашып бөтмәгән.
“Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре, телевизорҙан үҙ телебеҙҙә тапшырыу­ҙар ныҡ кәмене, балалар үҙ телдәрен онота бит!” тип әсенеп яҙа берәү. Дөрөҫ әйтә бит! Ҡыҙын йәйге каникулда өләсәләренә ҡал­ды­рыуҙан нәмә килеп сыҡты! Өләсәләре русса һупа­ларға өйрәнде – шул булды. “Ду­шинкә, кушайт итергә ни хошишмы”, тип бала эргәһендә өйөрөлөүҙе туған телгә ихтирам уятыуға хисаплап булмайҙыр бит. Ябағаевтың лайк ҡуйырға ынтыл­ған уң ҡулы һауала аҫылынып ҡалды, сөнки “оло” ағайҙың был мәсьәләгә ҡарашын иҫәпкә алырға онотҡайны. Ә ул бит милләтселек менән аяуһыҙ көрәшергә ҡушты түгелме һуң әле? Дөрөҫ әйтә, беҙҙә йөҙҙән ашыу милләт йәшәй, түҙеп... әй, килешеп йә­шәүгә ни етә!
Ябағаев көнө буйы нәмә онот­ҡанын тәки хәтеренә төшөрә алманы. Өйөнә ҡайтҡас, ҡатыны бе­шергән тәмле аш та, ҡыҙының ирмәк ҡыланыштары ла кәйефен күтәрмәне. Кис ятҡас та йоҡ­лап китә алмай байтаҡ уйланды. Бор­ғоланып ята торғас, ниҙер иҫенә тө­­шөп, тыныс ҡына йоҡлап ятҡан ҡа­тынын аптыратып, урынынан һике­реп торҙо. Бәй, берекмәгә етәксе булып килергә тейешле Вәли Вәлиевичтың тыуған көнө тап бөгөн бит! Уны йәш сағынан белә, тик быға тиклем үҙенән түбәнерәк вазифала эшләгәс, араны өҙгәйне Ябағаев. Вәт, кәзә хәтер! Уны тыуған көнө менән барып ҡотламаны, ҡиммәтле бүләк бирмәне, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш саҡтан ниндәй булдыҡлы кеше булыуы ха­ҡын­­да тәфсирләп яҙманы, бергә төш­кән фотоларын ҡуйманы. Уф-ф! Яба­­ғаевтың ҡапыл йөрәге сәнсте, ауыртыу көсәйгәндән көсәйҙе һәм ул ыңғырашып кире түшәгенә ауҙы.
Табиптар туғандарына мәрхүмдең йөрәге туҡһан йәшлек ҡарттыҡы кеүек тамам эштән сығыуы, “туҙыуы” хаҡында әйтте. Һаҡланып ҡына йәшәп тә йөрәкте һаҡлап булмай икән.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: