+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
3 Апрель , 16:20

Һалдатҡа алаларҙыр ҡасып йөрөгән булһа...

Популяр йырсы Марат Яруллин яҙылыусыларын ғәжәпкә ҡалдырған. Ул социаль селтәрҙәргә сәсен пеләшкә алдырған фотоһын һалған.

“Ахырға ҡәҙәр барырға әҙер булмаһағыҙ. Бәхәсләшмәгеҙ. Мине яңы образ менән!” – ти яҙа ул. Әлбиттә инде, күпселек “подписчик”тары фотоның 1 апрель көнө ҡуйылыуын иҫәпкә алып, уны йырсы тарафынан уйлап табылған бер мәҙәк кенә булыуына төшөнгәндәр, әлбиттә. Шулай ҙа береһенән-береһе ҡыҙыҡ комментарийҙар яҙып ҡуйғандар:

“Пеләш башты үбергә рәхәт, ауыҙға сәс кермәй”, “Бет – ҡурҡыныс нәмә инде ул, һаҡ бул, Марат”, “Төшкә кермәһәң ярай ҙа ул. Так не шути, брат”, “Ысын һалдат булған бит был малай” .

1 апрель икәнен онотоп ышаныусылар ҙа булған хатта...

Фото: М.Яруллиндың сәхифәһенән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: