+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
11 Апрель , 14:00

44 бала тыуҙырған ҡатын

Ҡатынды һуңғы балаһына йөклө ваҡытта ире лә ташлап китә.

44 бала тыуҙырған ҡатын
44 бала тыуҙырған ҡатын

Уганданан Мәрйәм Набатанзи Бабирье – иң күп балалы ҡатын булараҡ билдәле. Уның – 44 балаһы донъяға килә. Ә үҙе  –  “Уганда әсәһе” титулын алған. Мәрйәмдең яҙмышын бәхетле тип атап булмай. Үгәй әсәй менән үҫкән ҡыҙҙы 12 йәшендә 40 йәшлек иргә кейәүгә бирәләр. 13 йәшендә ул тәүге игеҙәк балаларын таба, һуңынан йәнә игеҙәктәр һәм тағы ла...

Асыҡлауынса, ҡатында һирәк осрай торған генетик аномалия: Мәрйәмдең һәр йөклөлөгө күп балалы була. 36 йәшкә ҡәҙәр ҡатын 15 тапҡыр бала тапҡан: 4-дә – игеҙәк, 5 тапҡыр – өс, 5 тапҡыр – дүрт игеҙәк һәм һуңғыһында ғына бер сабый донъяға килгән.

Әлеге мәлдә Мәрйәм – 38 балалы яңғыҙ әсә, 6 сабыйы мәрхүм булған. Ҡатын шул тиклем тамаҡты ашатыу һәм кеше итеү өсөн теләһә ниндәй эш башҡара: сәс ҡырҡа, заказ буйынса кейем тегә, шифалы үләндәр йыйып, сәйҙәр эшләй.

Мәрйәм балаларын үҙенән бәхетлерәк булыр һәм икенсерәк тормош алып барыр, тип өмөтләнә.

Фото: proaist.ru

Автор:
Читайте нас: