+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
16 Апрель , 12:00

Дөрөҫ булһа, харап бит!

Өфөнөң Красноводская урамындағы 110-сы һанлы мәктәп бинаһында автоматик янғын сигнализацияһы тауыш биргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала килеп етә.

Дөрөҫ булһа, харап бит!
Дөрөҫ булһа, харап бит!

Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы эвакуациялап, бинанан барлығы 1013 кеше сығарыла. Мәктәптең беренсе ҡаттағы кейенеп-сисенеү бүлмәһендә кейемгә ут ҡабыуы асыҡланған һәм  0,5 квадрат майҙанда янғын һүндерелгән. Ҡаза күреүсе юҡ. Баҡтиһәң, янғын кемдеңдер электрон тәмәкеһе шартлауы арҡаһында сыҡҡан. Дөрөҫ булһа, харап бит! Ҡасан шул вейп һәм электрон тәмәкеләрҙе тыйырҙар икән.

Фото: bashinform.ru / Mash Batash 

Автор:
Читайте нас: