+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
17 Апрель , 08:15

Юҡҡа әйтмәҫтәр...

Әгәр мин һиңә оҡшамайым икән, бәлә юҡ. Бар кеше лә зауыҡлы була алмай бит. Әгәр һыртығыҙға төкөргәндәр икән, борсолмағыҙ. Тимәк, һеҙ алда.

Юҡҡа әйтмәҫтәр...
Юҡҡа әйтмәҫтәр...

Намыҫ ни ҡәҙәр таҙараҡ, уны һатыуы ла ҡиммәтерәк.

Айыҡ фекер йөрөтә башлаһаң, иҫергәнсе эске килә.

Ҡыҙҙарға оҡшар өсөн, аҡыллы, сибәр, бай һәм бесәй булырға кәрәк.

Әгәр  ғашиҡ булһаң, һөйгәнең менән ҡатыныңдың күҙенә күренергә оят булмаҫлыҡ булһын.

Ҡатын ирҙән бер генә нәмә теләй – барыһын да.

***

Яҙ килде. Тамсы тама.

Идарасы компанияның директоры урамға сыҡты.

Түбәнән өҙөлөп төшкән боҙ һөңгөһө уның башына төштө.

Травпункт  табибы йәрәхәттең сәбәбен асыҡлаусы графаға нимә яҙырға тип уйға ҡалды. Һуңынан йылмайып: “Яҙ килде...” тип яҙҙы.

Фото:  ru.dreamstime.com

Автор:
Читайте нас: