+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Май , 16:00

Ашаған белмәй, тураған белә

- Ишғәле, ишеттеңме бер хәбәр? Баҫыу ситендә күрше ауылдан ике фермер илап ултыра икән.- Бәй, Ҡушғәле, фермер кеше тү­гел­ме ни? Илаһа ла, йырлаһа ла үҙ иркендә.- Шулайын шулай. Тик уларҙың йыр­лағаны бик күҙгә салынмай, йөҙ­ҙәре гел һытыҡ.

Ашаған белмәй, тураған белә
Ашаған белмәй, тураған белә

- Бәлки, тештәре һыҙлайҙыр, та­бип­ҡа барырға аҡсалары юҡтыр. Ана, үткән айҙа бер теште дауа­ла­ғайным. Табип быҙау һатҡан аҡсаны тулыһынса һыпырып алып ҡалды, теше һыҙлағыры!
- Быларҙың хәле хөртөрәк шул. Йыл һайын сәсеүгә льготалы кредит ала торғайнылар. Быйыл шул 5 процентлыҡ кредит 10 процентҡа әүерелгән. Уныһы ла күптәргә эләкмәй икән. Шулай булғас, иген сәскең килһә, 25 процентлыҡ кредит алырға тура килә. Көҙөн бөтә ал­ған табышың бурыстарҙы ҡайта­рыуға киткәс, ниндәй үҫеш тура­һында һүҙ алып барырға мөмкин? Яңы техника, ашлама, сифатлы ор­лоҡ алыу урынына банкыларҙы ба­йы­тырға тура киләсәк бит. Баш­ҡор­тостан агра­рийҙарына яҙғы сәсеү 25 миллиард һумға төшәсәк, ти вице-премьер, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов. Был иһә былтыр­ғынан 15 процентҡа күберәк тигән һүҙ.
- Бына һиңә кәрәк булһа! Фер­мерҙар урынында булһаң, иларһың да! Илде ашатҡан игенселәрҙең хәл­дәре бигерәк хөрт икән. Бы­нағайыш, ишетмәһәң – ишет!

Ишғәле менән Ҡушғәле.

Автор:
Читайте нас: