+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Май , 16:30

Шайтан эйәреп ингән

 Бына үҙемдең йәшлек мәрәкәләрен яҙып үтергә булдым... Клубка йәштәр киске 21.00-22.00 сәғәттәр тирәһендә сыға торғайныҡ.... 24.00 сәғәткә өйҙә булырға тейешбеҙ. Ә хәҙер минең балалар төндә сәғәт 12-лә сығалар ...аптырарһың! Һөйләй башлайым... нығыраҡ ултырығыҙ! Клубка кисләтеп сығып киттем, ҡыҙҙар тоторға. Һуң ғына ҡайтып керҙем, сөнки күрше ауылға ҡыҙ оҙаттым......

Шайтан эйәреп ингән
Шайтан эйәреп ингән

Өйҙә атай-әсәйҙәрҙе уятмайым тип утты ҡабыҙмай ғына, сисенеп үҙ урыныма менеп яттым. Тиҙ генә йоҡлай алмай ыҙаландым. Шунан бер аҙҙан бүлмә буйлап нимәлер тып-тып баҫып йөрөй, бит әй. Ятам ҡурҡып, бына төндә ҡайтып бисмилла итмәй кереп, ен (шайтан) эйәреп кергән тип. Ни өсөн тигәндә өләсәйем, гел генә шайтан, ен, нәҫтә тип һөйләй торғайны. Күрше ауылдан ҡайтҡан саҡта ҡәберлек аша ҡайттым, бына эйәреп кергән тип уйлайым. Хәҙер минең карауат янында йөрөй бит әй теге «ен-шайтан» ...тояҡтары менән тыпылдап... Ятам хәҙер был енде тотам тип. Минең баш осомда тын ала бит, кинәт кенә торҙом да енде эләктерҙем, бит әй, морононан. Все хәҙер енде күрәм тип утты ҡабыҙырға тип ҡулымы һуҙып ҡабыҙып ебәрҙем. Ҡараһам - нимә тип уйлайһығыҙ? Бәй - БЫҘАУҠАЙ! Ултырып киттем, мин клубтан йөрөп ҡайтҡансы һыйыр быҙаулаған да ҡышҡы һалҡын булғас, өйгә индергәндәр. Мин өйҙән сығып киткәндә быҙау булмағас, белмәнем. Бына шулай дуҫтарым, төндә күп йөрөһәң ҡыҙҙар артынан, үҙең менән ендәр эйәреп кайта тип уйлауыңда бар.

Фото: sparklogic.ru

Башстатус төркөмөнән алынды.

Автор:
Читайте нас: