-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
29 Май , 19:45

Байрам репортажы

Байрам етер алдынан баш мөхәр­рир алдыма яуаплы бу­рыс ҡуйҙы. Бер нисә һө­нәр кешеһенән уның хыял­­дары, ял көндәрен нисек үткә­реүе хаҡында шәп мәҡәлә әҙерләргә кәрәк икән. Булдырабыҙ уны! Эште байҙар­ҙан башлайыҡ. Ана, бер күршем юлда тәртип һаҡлай, моғайын, унан да ҡулай кеше табылмаҫ.

Байрам репортажы
Байрам репортажы

– Бер байрамда ла ял иткәнем юҡ, – тип аптыратты был гаишник мине. – Һуң, миңә бит йорттоң икенсе ҡатын төҙөп бөтөргә кәрәк, өсөнсө фатирға ипотека ла түләп бөтөлмәгән – үҙең белмәгән ни эш бар! Һуңынан улар­ҙың барыһын һатып, йылы яҡҡа күсеп китергә, диңгеҙ буйында йыл әйләнә­һенә ҡыҙынып ятырға була. Беләһең­ме тағы нимә? Бер көн өйҙә торһам, эстән ҡорт кимерә башлай: аҡса ситкә китә, сыҡ юлға, тигән кеүек тауыштар ишетә башлайым.
– Байрамда табыш арыу төшәме һуң?
– Ниндәй табыш? – Күршемдең күҙе шарҙай булды. – Һин мине кеше талап аҡса эшләй тип уйлайһыңмы әллә? Байрамда юлға сыҡҡан өсөн икеләтә эш хаҡы түләйҙәр бит. ГАИ хеҙмәт­кәр­ҙәренән дә намыҫлы кеше юҡ, белгең килһә. Һеҙҙең журналист халҡы берҙе биш итеп яҙырға әҙер.
Миңә оят булып китте. Намыҫлы кешене һис тә юҡҡа рәнйетә яҙҙым. Ә-һә, урам ситендәге бынау өс ҡатлы йорт хакимиәт белгесенеке. Бына ул, исмаһам, йәшәй белә. Ҡатынының унлап магазины бар, дәүләттән гел ярҙам ала, бер туҡтауһыҙ гранттар ота, тиҙәр. Моғайын, байрамда матур итеп ял итәлер, бер юлы бай кешенең хыялын да белге килә.
– Йөк аты байрамда ял итмәй ул, ҡустым! – тип ҡуйҙы дәүләт хеҙмәт­кәре. – Ҡытайҙарҙы көтәбеҙ, эргәләге ба­ҫыуҙы ҡуртымға алып, йәшелсә үҫтер­мәкселәр.
– Ҡытайҙар химикат менән ерҙе боҙа, тиҙәр бит!
– Инвестор улар, ҡус­тым, хәтереңдә тот! Ил сәйәсәтенә ҡаршы булма!
– Э-э, байрам уңайынан уй-хыял­дарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле?
– Улым Ҡытай компанияһына эшкә урынлашып, Шанхайҙа йәшәй, шунда тамыр йәйһен, һеңлеһен дә үҙ янына алһын, тим. Һуңынан беҙ ҙә, бәлки, шул яҡҡа ҡуҙ­ға­лырбыҙ. Беҙҙә бит экология насар, аша­ға­ныбыҙ шыр химия.
Өйгә ҡайтҡас, те­ле­­визорҙан бер ­ми­нистр урын­ба­- ҫа­ры­ның миллиардлап урлашҡаны, сит илдәрҙәге зиннәтле йорттары хаҡында репортаж тыңла­ным. Баҡһаң, ул да биш йыл отпускы алмайынса эшләгән икән. Ә минең репортаж килеп сыҡманы, бер хыял ғына тыуҙы. Бурҙарҙы, вазифаһын кеҫә ҡалынайтыу өсөн генә файҙалан­ған йылғыр әҙәмдәрҙең барыһын да йә йылы яҡтарға, йә Ҡытай-фәләнгә оҙатып, үҙебеҙ генә йәшәһәк, байра­мыбыҙ-байрам, ялыбыҙ-ял булмаҫ инеме икән?!

Марат ҺАБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: