+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
31 Май , 11:30

ЗАМАНЫ ЯМАН

Сәлих ВАҺАПОВ – Балалар, бөгөндән башлап дәрестәр ҡыҫҡартылып 11 минут та 15 секунд дауам итәсәк,– тине дүртенсе синыф уҡыусыларына Ғәлиә апайҙары. Балалар, уны-быны уйлап тормай, «ур-р-а!» ҡысҡырышып ҡыуанды.– Хәҙер бер теманы дүрт дәрескә бүлеп өйрәнәсәкбеҙ, – тип дауам итте апайҙары. Бында иң ныҡ ҡыуанғаны башы “икеле”нән сыҡмаған Халиҡ булғандыр, сөнки, өс дәрес буйы яңы тема өйрәнһәләр, дүртенсе көндө генә өйгә эште һорайҙар булып сыға.

ЗАМАНЫ ЯМАН
ЗАМАНЫ ЯМАН

– Апай, ни эшләп яңы закон менән уҡый башланыҡ Халиҡты ҡыуандырып? – тине бер көндө отличник Ирек. – Етмәһә, төрлө синыф төрлө ваҡытта тәнәфескә сыға? Беренсе класты уҡытҡан апайҙарығыҙҙың эш ставкаһы 50 процент булғас, 22 минут 30 секунд дауам итә бер дәрестәре. Икенсе кластарға 75 процент бүленгәс, дәрестәре 33 минут 45 секунд. Өсөнсөләргә бәхет йылмайған, улар 45 минут уҡый. Ә беҙҙең дәрес 11 минут 15 секунд дауам итә. Юғарынан минең эш ставкаһы 25 процент ҡалыуы хаҡында Ҡарар килеп төштө. Егерме беренсе быуаттың алдынғы тормошоноң цивилизованный заманында йәшәйбеҙ бит, балалар.

Автор:
Читайте нас: