+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Июнь , 16:00

РИШҮӘТ

Һаҡ ҡына ишек шаҡынылар.– Үтегеҙ, – тип өндәште Хужа. – Нин­дәй елдәр ташланы? Тик тиҙерәк, ми­нең ваҡытым юҡ. – Ул барыһына ла шулай өндәшә. – Минең фамилиям Ауһаров. Һеҙ генә ярҙам итә алаһығыҙ, тип уйлайым. – Инеүсе ыҡ-мыҡ итеп йомошон һөйләп алды ла, өҫтәлгә бер ҡағыҙ һалды. – Тәк, судҡа повестка. Тимәк, һеҙҙе ришүәт биргән өсөн хөкөм­гә тарттыралар. Минән ниндәй ярҙам көтәһегеҙ?

РИШҮӘТ
РИШҮӘТ

– Ҡотҡарығыҙ мине! Ғаиләм, балаларым, ипотека... Буш итмәм... Ул портфелен һелкетеп алды.
– Ришүәт өсөн хөкөмдән ришүәт биреп ҡотолорға уйлайһығыҙ икән. Оригинально! Яңылыш килгәнһегеҙ, мин ундай эштәр менән булашмайым, шуға мине барыһы ла хөрмәт итә.
Ауһаров нисектер бөршәйеп, кесе­рәйеп ҡалды.
– Һеҙ – һуңғы өмөтөм. Бүтән барыр ерем юҡ. Ғаиләм, балаларым, ипо­тека...
Хужаға йәлләү төҫө кергән кеүек булды:
– Һеҙ ошонда шылтыратығыҙ. – Телефонында бер нисә һан йыйып, йыраҡтан ғына күрһәтте. Ауһаровтың төҫө үҙгәрҙе.
– Биш һанына башлана икән. Миңә, икегә башланған номер буйынса хәл итеп була, тигәйнеләр.
– Кем? Эш судҡа барып еткән, һеҙгә кәм тигәндә биш йыл төрмә янай. Баяғы телефон күптән юҡ. – Хужа, ситкә ҡарап ултырҙы.
Ауһаров портфеленә тығылды һәм алдан әҙерләп ҡуйған бер нисә кон­верт­тың береһен һайлап алып, өҫ­тәлгә һалды.
– Ошонда инде биш һанына баш­лан­ғаны. – Конверт тиҙ генә өҫтәл тартмаһына кереп ятты.
– Ярай, мин үҙем шылтыратырмын, хәл итерҙәр, улар ҙа кеше бит, аңларға тейештәр. Повесткағыҙҙы ҡалдыры­ғыҙ, уны юҡ тип иҫәпләгеҙ.
Шул мәлдә ишек асылып китте һәм бер үк костюм кейгән өс ир килеп инде.
– ОБЭП, полиция! Һеҙ әле генә взятка алдығыҙ. Урынығыҙҙан ҡуҙғал­мағыҙ! Өҫтәл тартмаһын асығыҙ!
Конверт эсенән сыҡҡан аҡсаны һанап алдылар.
– Хәҙер протокол төҙөйбөҙ.
Бер минут элек меҫкен генә ултырған Ауһаровтың йөҙө асылды.
– Әһә, шулай ул! Ипләберәк ҡарағыҙ, унда тағы...
– Ә һеҙ ҡыҫылмағыҙ, бар, сығып тороғоҙ! – тип, Ауһа­ровты кори­дорға сығарып ебәрҙеләр.

Бер аҙҙан өс хеҙмәткәр сыҡты, береһе Ауһаров янына килде.
– Повесткағыҙҙы алығыҙ, көнө етеп килә, онотмағыҙ.
– Ә... Ул ришүәтсене ни эшләттегеҙ? Ҡулға алманығыҙмы ни?
– Ул нимә эшләгән? Намыҫлы кеше, эшен дөрөҫ алып бара. Керегеҙ, йомошоғоҙҙо йомошлағыҙ...
Ауһаров ябылып бөтмәгән ишекте яйлап ҡына асып керҙе. Хужа, бер нәмә лә булмағандай, тыныс ҡиәфәттә ултыра ине.
– Һеҙ кем? – тип һораны ул Ауһа­ровтан, үҙенә ҡарамай ғына. – Тиҙерәк һөйләгеҙ, минең ваҡытым юҡ.
– Мин... Мин... Әле генә һеҙҙә бул­ғай­ным... Повестка... Һеҙ әйткәй­не­геҙ...
– Ә һеҙ миңә яла яғырға маташ­ты­ғыҙ! Һеҙгә нәмә кәрәк?
– Һеҙ биш һанына башланған номер­ға шылтыратырға һүҙ бир­гәйнегеҙ...
– Ул һандар хәҙер юҡ инде. Әле генә әйтеп сыҡтылар, ул номер егермегә башлана.
Ауһаров ағарынды.
– Минең бер ғәйебем дә юҡ. Биш ми­нут та үтмәне, нишләп шундай үҙгәреш?
– Һеҙҙең арҡала мине төрмәгә ултырта яҙҙылар. Ярай әле, наградаларым, саф биографиям бар. И то, ҙур ғына номерға шылтыратырға тура килде. Так что, эш ҙурға китте. Егерме һәм – вәссәләм.
Ауһаров, артына әйләнеп, оҙаҡ ҡына портфелендә соҡсоноп, өҫтәлгә тағы бер конверт һалды. Шуны ғына көткәндәй, баяғы өс ир тағы килеп керҙе.
– Әһә, тағы взятка! Ике протокол төҙөйбөҙ былай булғас.
– Мин теймәнем, – тип аҡланды Хужа. – Үҙе бәйләнде бит.
– Киттек участкаға.
Ауһаровтың аяғүрә баҫырлыҡ хәле юҡ ине.
– Йәлләгеҙ инде... Ғаиләм, балаларым, ипотека... Барыһына ла ризамын, тик ултыртмағыҙ инде. Ҡайҙа шылтыратырға була?..
Кабинеттағы дүрт ир бер-береһенә мут ҡына ҡарашып алды.
– Кеше хәлен аңлай торған бер ке­ше бар ҙа ул барлығын... Уның телефоны... Экранда 50 һаны сағылып ҡалды.
– Миндә ундай сумма юҡ, – тип, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡысҡырып ебәрҙе Ауһаров.
– Сеү, ҡысҡырма... Ярай, колонияла яй­лап йыйырһығыҙ. Әйҙә, киттек.
– Банкта булырға тейеш, әйҙә, банк аша китәйек. – Ауһаров хәҙер бары­һына ла риза ине.
Риза булдылар. Хужа шул килеш ултырып ҡалды, Ауһаровты алып киттеләр.
Полиция ике машинала килгән икән. Алдағыһына Ауһаровты ултырттылар, икәүһе артҡы машинаға ултырҙы.
Ҡуҙғалып китә башлағас, Ауһаров ҡысҡырып ебәрҙе.
– Портфель! Портфелем тороп ҡалған! Туҡтатығыҙ!
– Бар, алып сыҡ, – тип рөхсәт итте шофёр, ишектең биген асып.
Ҡапыл һикереп сыҡҡан Ауһаровты яңылыштан арттағы машина бәрҙерҙе. Әмәлгә ҡалғандай, ДПС машинаһы ла йыраҡ түгел икән, күреп тә ҡалдылар. Улар килеп еткәнсе, өс ир төҫө ағар­ған, күҙҙәре йомолған Ауһаров алдына эйелде.
– Нишләргә? – Ауһаровтың битен сәпәкләргә керештеләр, аптечканан нашатыр алып еҫкәттеләр. Ул башын борғолай башланы.
– ДПС-ҡа, үҙем ғәйепле, тип әйтегеҙ инде, барыһына ла ризабыҙ...
– Йөҙ... Йөҙ... – тип бышылданы Ауһаров. – Ғаиләм, балаларым, ипотека...

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Автор:
Читайте нас: