+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
8 Июнь , 15:00

УНДАЙ ШӘП ИР ТАҒЫ КЕМГӘ ЭЛӘККӘН?!

Төн уртаһы. Өйләнешеүҙәренә бер йыл ғына булған йәш ир менән ҡатын киң карауатта бер ни белмәй йоҡлап ята. Ир – төптә, стена буйында, ҡатын ситтә урынлашҡан. Бер ваҡыт уларҙы һиҫкәндереп уятып, ишеккә дөбөрҙәтә башлайҙар. – Ни эшләп ятаһың? Тор, бар, ишекте ас, – тигән дә ир, ауыҙын ҙур асып, иҫнәй-иҫнәй, стенаға уҡ боролоп ятҡан.

УНДАЙ ШӘП ИР ТАҒЫ КЕМГӘ ЭЛӘККӘН?!
УНДАЙ ШӘП ИР ТАҒЫ КЕМГӘ ЭЛӘККӘН?!
– Ә ни эшләп мин? Һин ир ҙә һуң, үҙең ас, – хәләл ефетенең был һүҙҙәренә аптыраған ҡатын күҙҙәрен шарҙай иткән.
– Башҡа ваҡытта “мин” дә “мин”, тип, ауыҙ асырға ла ирек бирмәйһең дә һуң, дилбегәне үҙ ҡулыңа көсләшеп алғас, рәхим итеп, ишек ҡаҡҡан йоҡо уғры ла ры менән дә хәлде асыҡла. Бар, бар, ятма, йоҡоно ҡасыралар әтеү!
Шаҡ ҡатҡан ҡатын, әлбиттә, ишеккә яҡын да юламай, юрғанды танауынаса күтәреп ябып, ҡурҡып ятыуын белә. Бәхетенән ишек шаҡылдатыусы китеп бара. Әммә ҡатындың йоҡоһо ҡаса, һәм ул таңғаса тиерлек күҙ ҙә йоммай...
 
– Ошо хәлдән һуң үҙемдең йәшәү рәүешем тураһында ныҡлап уйландым, – тип һөйләне һуңынан йәш ҡатын. – Атайым беҙҙе ташлап китеп, әсәйем мине яңғыҙы тәрбиәләне. Ул, ирҙәргә бирешергә ярамай, тип таҡылдап, үҙ һүҙең – һүҙ булһын, тип өйрәтеп үҫтерҙе. Һуғышҡа әҙерләйме ни мине! Шуға ла туйҙа “Кем ғаиләлә хужа була?” тигән конкурста икмәк тешләргә ҡушҡас, елле өлөштө умырып тешләп алдым. Тамада, иремдең тешләме менән минекен сағыштырып ҡараны ла, был ғаиләлә ҡатын хужа булмаҡсы, тип көлдө. Минең яҡтан туғандар, етмәһә, ай, афарин, беҙҙекеләр шулай бирешә торғандарҙан түгел, тип мине ҡупайттылар. Мин, иҫәр, шыр тиле, ҡунаҡтар алдында, барыһы ла минеңсә буласаҡ, тип шапырындым. Сөнки ирем, танышҡандан бирле миңә иҫе китеп ғашиҡ ине, ни әйтһәм дә, һәр теләгемде үтәргә әҙер генә торҙо.
Туйҙан һуң бергә йәшәй башлағас, бар көсөмдө ғаиләлә власты яулауға һалдым. Мәҫәлән, ирем, был аҙнала бер ҡайҙа ла бармайыҡ, арытты, өйҙә генә ял итке килә, тиһә, өйҙә ултырыр өсөн һиңә кейәүгә сыҡтыммы ни, әхирәтемә сәйгә барабыҙ, тип, ай-вайына ҡарамай, уны алып сығып китәм. Был әйберҙе алмайыҡ, аҡса яғы тығыҙыраҡ, тиһә, ата-әсәһенән, иптәштәренән үтескә аҡса һоратып, барыбер алдыртам.
Ыңғайламағандай тойолһа, йә үсегәм, йә илайым. Бик тә булмаһа, юрған-мендәрен тоттороп, аш бүлмәһендәге диванға һөргөнгә ебәрәм. Бер ҡайҙа ла бармай, теләгемде үтәй. Бойороҡтар ғына биреп, иремде йүгертеүемде күргән, ишеткән әсәйем, маладис, ҡыҙым, шулай кәрәк, тип минең өсөн һөйөнә. Үҙемә ҡалһа, бик дөрөҫ, әсәйем өйрәткәнсә, йәшәйем һымаҡ, тормошомдан ҡәнәғәт инем.
Төн уртаһындағы ишек ҡағыуға тиклем. Миңә ҡарата һәр ваҡыт йомшаҡ мөғәмәләлә булған, күҙҙәремә генә ҡарап торған, һәр теләгемде үтәгән иремдең: “Миңә ауыҙ асырға ла ирек бирмәйһең дә һуң, дилбегәне үҙ ҡулыңа көсләшеп алғас...” – тигән һүҙҙәре бер туҡтауһыҙ ҡолағымда яңғырап, ҡаты уйҙарға һалды. “Ниндәй ныҡыш, көслө, яҡлаусы булырлыҡ иремде үҙем, теҙ сүгендереп, күҙ алдында сепрәккә әйләндерәм түгелме? Ә аҙаҡ уны, ихтыярһыҙ быҙауҙы, үҙем үк ихтирам итмәй башламаҫмынмы?” – тигән уйҙар ныҡ ҡурҡытты. Иремдең, мине үтә ныҡ яратҡанға, үҙенең ирлек булмышына хыянат иткәнен шул ваҡытта аңланым.
Атайһыҙ үҫкәнгә лә, ышаныслы, оҫта ҡуллы, шәп егет булғанын, бар проблемаларҙы хәл итә белгәнен юғары баһалап, һөйөп, уға тормошҡа сыҡтым. Һөйөү уты өс йылға етә, тиҙәр, ә өс йыл үтһә, уның урынына ни килер? Мин, үҙ һүҙе булмаған, эшкинмәгәнгә кейәүгә сыҡҡанмын, тип үкенһәм дә, бәлки, яҙмышыма күнеп, артабан уның менән йәшәрмен дә, ти. Ә ул минән, бойороҡтарын уңлы-һуллы таратҡан, ҡылтайырға яратҡан холоҡһоҙ ҡатындан, биҙеп, айырылышып сығып китмәҫме? Мин дә бит уны өҙөлөп яратам, ғүмер юлын тик уның менән генә бергә үтергә теләйем. Шулай булғас, ниңә һуң үҙ ҡулдарым менән үҙемдең уңышлы никахымды юҡҡа сығарам? Ундай шәп ир тағы кемгә эләккән?! Ниңә ҡәҙерен белмәйем? Әллә әсәйем кеүек яңғыҙым бала үҫтерергә йыйынаммы, яңғыҙлыҡтан тилмереп, ғүмер буйы бер үҙем ыҙаларға итәмме?
Ярай, әсәйем ябай ауыл ҡатыны, бар белеме – урта мәктәп тә, һөнәри-техник училище. Ирҙән уңмағас, бар көслө затҡа асыу һаҡлайҙыр. Ә мин бит юғары белемле, күп китаптар уҡыған, үҙемсә аҡыллы кеше! Ҡайҙа ул, минең алтын аҡылым? Үҙемдән һорайым: “Һин бәхетле булырға теләйһеңме, әллә ғаилә башлығы булыу һиңә мөһимерәкме?”
Уйлана торғас, бәхетле булырға ниәт ҡылдым. Бынан ары бер кемде лә тыңламай, ғаиләмдең нигеҙен нығытасаҡмын, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Минән әллә ниндәй ҡорбандар ҙа талап ителмәне. Сөнки уңышлы кейәүгә сыҡҡайным. Ә был – иң мөһиме! Тимәк, миңә ни бары ирҙе ир итергә генә, уны һанларға өйрәнергә генә ҡалды.
Был бурысты атҡарыу анһат булды, тиһегеҙме? Юҡ. Ирем дә бит минең етәкселек итеүемә күнеккәйне. Бер нәмәне лә үҙе белеп эшләмәй, әйткәнде, төрткәнде көтөп тик йөрөй. Ләкин барыбер аттан да алдараҡ сабыуымды туҡтаттым. “Нисек яҡшыраҡ булырын һин беләһең инде, һин бит миңә ҡарағанда күпкә аҡыллыраҡ, тәжрибәлерәк”, “Һин – ғаилә башлығы, үҙең ҡара”, “Һинеңсә булһын”, “Мин һиңә ышанам”, тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡуллана, иремә аҫтан өҫкә ҡарай башланым. Тора-бара тормош көйләнде. Ир – үҙ урынында, мин – үҙ урынымда. Бар яуаплылыҡ иремдең иңендә. Әммә һәр мәсьәлә буйынса ул минең менән әүәлгесә кәңәшләшә, фекеремде тыңлай. Ысын мәғәнәһендә яҡлаулы, һаҡлаулы ҡатын, һөйөклө әсәй булып йәшәйем.
Әсәйем яңыраҡ, матур ғаилә табынынан һуң, төптө хата кәңәштәр биреп, ҡайһылай мин яңылыш ҡанмын, һине үҙ юлымдан ҡыуҙыра яҙғанмын, әлдә һинең үҙеңсә йәшәргә аҡылың етте, тип белдерҙе: “Наҙан кеше наҙан инде”. Һөйләшеүебеҙҙе ишетеп ҡалған ирем: “Уның ҡарауы, бик аҡыллы ҡыҙ үҫтергәнһегеҙ”, – тигәйне, әсәйем иланы ла ебәрҙе...”
Әсәһенең ни өсөн илағанын төшөнәм кеүек: бәлки, һөйөп-һөйөлөп, етеш тормошта йәшәгән ҡыҙы өсөн ҡыуанғандыр, ә, бәлки, үҙенең йәшлек хатаһы арҡаһында, ашығып, беренсе осраған тиерлек егеткә кейәүгә сығып, уның менән бәхетһеҙ булыуы йөрәген өткәндер. Кейәүгә сығыу – тәүмаҡсат түгел бит ул. Уңышлы кейәүгә сығыуың мөһим. Үҙ ишеңде табып, һөйөү янына ихтирамды ҡушып, үҙ асылыңа тоғро ҡалып, татыу, ныҡлы ғаилә ҡорорға яҙһын һәр кемгә.
 
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Автор:
Читайте нас: