+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Июнь , 13:00

Яңы аппарат

Дауаханаға яңы аппарат алына ти­гән яңылыҡ тиҙ арала бөтә ра­йон­ға таралды. Таралмаҫ та! Тиҫ­тә­ләгән йылдар бер яңы әйбер бирелгәне юҡ бит! Ярай әле, исмаһам, шприцтарын ҡабат­тан ҡулланмайҙар! Шуныһына шөкөр итеп йәшәп өйрәнгән район халҡына, әлбиттә, яңы аппарат килеүе иҫ киткес шәп яңылыҡ булып сыҡты. Атыу ялҡыт­ты бит: һынған һөйәгеңде лә бөп-бөтөн итеп күрһәткән аппараттар күпме кешене ҡабат-ҡабаттан дауахана һуҡма­ғын тапарға мәжбүр итте!

Яңы аппарат
Яңы аппарат

Ауылдарҙа йәшәгәндәр шунда уҡ та­бип­­тарға сиратҡа яҙылды. Мөмкин­лек бар саҡта, яңы аппарат боҙолмаҫтан алда барып күренә һалып, бик булмаһа заман технологияһын күҙләп булһа ла килергә кәрәк.
Дауахананың үҙендә лә хеҙмәт­кәр­ҙәр гөж килде. Төпкөл райондың бални­сына көн дә улай иғтибар бү­л­­мәй­­ҙәр! Өп-өр яңы аппаратты килте­реү­ҙәрен унда ла түҙемһеҙләнеп кө­­­тә­ләр. Хатта баш ҡаланан ҡулланыр­ға өйрәтәсәк белгес тә ебәрә тип һөйләнеләр...
Аппаратты алып килгән көн ҙур байрамға әүрелде. Дауахана шарҙар­ға, гөл-сәскәләргә күмелде. Чиновниктар килде, журналистар йыйылды, хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Бар халыҡ яңы, замандың барлыҡ технологияларына ярашлы, зауыҡ­лы һәм уңайлы итеп эшләнгән аппараттан күҙен алманы. Уны хат­та ҡыҙыл таҫма бәй­ләп тороп асырға ла онотманылар. Әл­бит­тә таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы бында килгән иң юғары вазифа­лы­ларға тапшырылды. Иҫ киткес матур байрам булып үтте ул тарихи көн!
Бына ултыра ул аппарат хәҙер райондың йәме булып! Ялтырып, күҙ яуын алып! Төпкөлдәге дауаханалар ҙа онотолмаған икәнде аңлатҡан, медицина өлкәһе көндән көн үҫешә барыу билдәһе, яҡты киләсәк өмөтө – яңы ғына, арыу ғына, ныҡ кәрәкле бахилалар аппараты!

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Фото: tourist-car.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: