-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Июнь , 11:00

ӨМӘ

Мөҙәрис Ғирфан улы бөгөн эшкә ғәҙәттәгенә ҡарағанда иртәрәк килде. Килеп тә тормаҫ ине, ни тиһәң дә ойошма етәксеһе, ҡасан теләй, шунда йөрөй ала. Юҡ шул, бөгөн улай ярамай. Бөгөн – өмә. Уныһына ла ҡул һелтәр ине, юғарынан фото-отчет һорағандар. Ә фотоға төшөргә Мөҙәрис Ғирфан улы бик ярата. Төн уртаһы еткәнсе шул хаҡта уйланып та ятты әле ул: һепертке тотоп төшөргәме, әллә яуырынына һәнәк һалған булһын микән? Тырма менән дә килешер һымаҡ, шулай ҙа сүп моҡсайы нығыраҡ килешер һымаҡ...

ӨМӘ
ӨМӘ

Улай тиһәң, арба ла китеп бара. Арба эсенә көрәк тә һалып алған булыр. Әллә көрәк уның ҡулында булырға тейеш микән? Уң ҡулындамы, әллә һул яҡтамы?.. Үәт, быныһы бик етди һорау. Һис яңылышырға ярамай. Сибәр кешегә ни, нисек тә китеп бара, тимәгеҙ. Юғарыла көрәк тотоп ҡарамаған кешеләр ултырмай ҡуйһа? Тәк...
Ҡабул итеү бүлмәһендә аяҡ тауыштары ишетелде. Етәксе, шуны ғына көткәндәй, ялп итеп ҡалды:
– Хәйерле иртә! Килеп еттеңме? Миңә хәҙер генә завхоз менән дизайнерҙы саҡырт. Завхоз көрәген дә үҙе менән алһын. Һәнәген, һеперткеһен онотмаһын. Ә, тағы теге ней, сүп ташый торған арбаһын...
Бындай сәйер йомошҡа аптырап ҡалһа ла, сәркәтип ҡыҙыҡай күҙҙәрен аҡайтмаҫҡа тырышып, завхоз менән дизайнерҙың телефон һандарын йыйҙы:
– Тиҙ генә һеҙҙе саҡырта...
Эш көнө башланыуға, етәксе кабинетына өмәгә бөтә ойошма йыйылғайны: тегенсе бер нисә дана эш кейеме тотҡан, итексе бер нисә пар итек, сүсинкә, галуштарын алған, завхоз складтағы төрлө эш ҡоралдарын күтәргән, яҡтыртыу цехы оҫтаһы иҫәпһеҙ-һанһыҙ прожекторҙарын артмаҡлаған, декорация цехындағылар өмә буласаҡ биләмә һүрәттәрен ҡороп йөрөй. Массовка өсөн йәлеп ителгән урынбаҫарҙар ҡулдарына эш бирсәткәләре кейгән булған.
Бары йыйыштырыусы апай ғына иртә таңдан урамда ҡыштан йыйылған сүп-сарҙы таҙартыу менән мәшғүл ине был мәлдә.

Мәликә МОРТАЗИНА.

Автор:
Читайте нас: