+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Июнь , 13:00

ТОҘАҠ

Иртәгә командировкаға. Телефонға "зың" итеп килеп төшкән хәбәр ошо турала ине. Бындай хәлдәргә өйрәнеп бөткән Марс, шуға әллә ни иҫе китмәне. Баш ҡалала ярайһы ҙур ғына предприяте менән килешеү төҙөп, продукцияны тура тапшырыу – сираттағы бурысы. Алыш-биреш өлкәһендә ярайһы шы­мар­ған Марс­ты йыш йөрөтәләр бындай эшкә.

ТОҘАҠ
ТОҘАҠ

Документтар тултырылған портфелен тотоп, ул иртән аэропортта ине.
Юлда барғанда директор шылтыратып: "Һин унда иғтибарлыбыраҡ, ҡатын-ҡыҙ булһа, бигерәк тә", – тине, әллә уның өйләнмәгәнлегенә, әллә ул яҡҡа "мут"булыуына ишаралап. Эстән генә көлөмһөрәне лә: "Әлбиттә", – булды яуабы. "Өйрәнгән баш, биреш­мәбеҙ, күргән бар ундай ғыналарҙы" тигән уй менән, самолетҡа ултырғас та, йоҡоға сумды.
Аэропортта уны ҙурлап, машина менән ҡаршы алдылар. Матур офисҡа эшлекле кейем-ҡиәфәттәге ир менән модель кеүек ҡыҙ әйҙүкләп индереп алып китте. Генераль директор бүл­мәһендә етди генә һөйләшеүҙән һуң, кәрәкле документтарға имза һалын­ды.
Предприятие етәкселеге үтә лә ҡә­нәғәт ине, сөнки туранан-тура килешеү төҙөү һирәк эләгә. Продукция хаҡы ла түбән була, үҙҙәренә лә килем артығы менән ҡала.
Бындай үтә лә файҙалы эште бил­дәләп үтмәү мөмкин түгел тип, рес­торанға юлландылар. Марс үҙе лә ҡә­нәғәт ине уңышлы эштән.
Өҫтәл артында бер аҙ "тел асҡысы" менән һыйландылар. Унан, төрлө хәлдәр, тормош тураһында һүҙ башланды. Үҙенең буйҙаҡ икәнлеге хаҡын­да ла ысҡындырҙы аңғармаҫтан. Шу­нан инде эргәһендә ултырған һылыуҙың уға ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер арта төшөүенә иғтибар иткәндәй булды. Тағы бер нисә мәртәбә матур һүҙҙәр менән рюмкалар күтәрелде. Ҡыҙмаса булып алған эшҡыуарҙар араһында хәҙерге ваҡытта бер модаға әйләнгән селфи, бер-береһенең телефондарына фото төшөү башланды.
"Модель" ҡыҙҙы эргәһенә ултыртып фотоға төшөрөү һылтауы менән, "бер төрлө" булып алған Мар­стың телефонын икенсеһе алды.
Унан "брудершафт", "мөхәббәт өсөн" тиеп бер-бер артлы күтә­релгән тостар­ҙан һуң, кеҫә теле­фо­нының "кәрәге" ҡалмағайны. Модель модель инде – биреште был юлы Марс.
Даринаның күптәнге хыялы – аҡса­лы кейәү табыу. Тик һаман яйы сыҡмай. Бер нисә тапҡыр инде ҡапты тигәндә ҡулынан ысҡынған "бөркөттәр" ҙә булғыланы. Был уның сәмен генә арт­тырҙы. Төрлө хәйләле юлдар эҙләне үҙенең әхирәте менән. Таптылар, ниһайәт. Хәҙерге интернет технологиялары үҫешкән ваҡытта, бер ҡайҙа ла бармайынса ла хәл итеп була бит. Ошо алым бигерәк хуш килде кү­ңеленә "һунарсыларҙың". Тик кеҫә телефоны кәрәк. Бына бөгөн уңайы ла сыҡты.
Төҫкә-башҡа ыҫпай, эшлекле Марсты күргәс тә, үҙенең бәхетен ныҡ "то­ҙаҡларға" булды Дарина. Ҡорған пландары ла ыңғай ғына бара. Модель айлы-көйлө булған Марсты әүрәтте. Шул арала Дарина уның телефонынан киң билдәле ҡушымтаны асты һәм үҙенең хыялын тормошҡа ашырып та ҡуйҙы. Йәғни, уның исеменән өйләнер­гә теләүе тураһында мәғлүмәт тултырып "отправить"ҡа баҫты ла татлы хыялға сумды.
Марстың самолеты иртән үҙ ҡала­һының аэропортына ҡунаҡлауы булды, телефонға "зың" итеп "смс"килеп төштө. Асып ҡарауға, күҙҙәре футбол тубы кеүек түңәрәкләнде эшҡыуарҙың. Ҡушымта уның никах теркәү тура­һын­дағы ғаризаһын ҡабул итеүен раҫ­ла­уын хәбәрләне.
Тап ошо мәлдә бәхетле Дарина туй магазинында матур күлдәк һайлай ине.

Хәмит ҠАРАМАЛИНСКИЙ.

Автор:
Читайте нас: