+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
22 Июль , 12:00

Ошо көнгә ҡыҙым төшөрҙө...

Әллә нисә көн күршемдән ҡотола алмай яфаланам. Көндә бер балыҡ башы: иртәнсәк торам да полицияға, тиҙ ярҙамға шылтырата башлайым. Был ваҡытта инде ишегемде теге күршем емереп алып килгән була...

Ошо көнгә ҡыҙым төшөрҙө...
Ошо көнгә ҡыҙым төшөрҙө...

Баштан һөйләйем әле. Коммуналь фатирҙың бер бүлмәһендә торам. Ошо көнгә мине ҡыҙым төшөрҙө. Кейәүгә сыҡты ла фатирҙағы өлөшөн бүлеп алам тип, мине ошо өс бүлмәле коммуналканың бер бүлмәһенә алып килеп терәп китте. Үҙе кейәү менән хан һарайындай йорт һалып инде, балалары күбәйеп китте. Әммә ул йортта миңә урын юҡ. Мунсаға тип саҡыра, барһам кейәү бүре шикелле ҡарап, минең балаларымдың өлөшөнә төшөп ашап ултыраң, тигәндәй текләй башлай. Шуға ла уларға бармаҫҡа, бимазаламаҫҡа тырышам.

Тик үҙ торлағымда ла тыныслыҡ юҡ шул. Башта наркомандар менән күрше йәшәнем. Улары дозаны күберәк ҡулланып ташлап, был донъяны ташлап китеп бөттө. Яман ғәҙәттән йәштәр ҡырыла ғына. Унан улар урынына бер ҡатынын айырға ир күсеп килде. Уныһы теләһә ниндәй бисәләр алып ҡайта. Ярай, ул ир кеше, бүлмәһенән сыҡһа сыға, сыҡмаһа ята бирә. Күптән түгел өсөнсө күрше итеп аҡылға бер төрлө ҡатынды балалары алып килеп урынлаштырып китте. Улар йүләр әсәләренән ҡотолдо ла бит, бына миңә мәхшәр башланды. Көндә иртәнсәк тора ла минән теге күрше ирҙе таптыра бит был. Ә ул ир йәйгегә йәшәп тороуға ҡатын тапҡан. Бына бит шул ирҙе минән эҙләтә, сығар ул бит һиндә тип, дөбөрлөгө сығарып ишек шаҡый. Теге иргә аптырап шылтыратһам, мин уға кем, башы эшләмәй ҙә һуң ул бисәнең, тип миңә аҡыра. Шунан башлайым полиция, тиҙ ярҙам саҡыртырға...

Ә теге ауырыу ҡатындың башы эшләмәһә лә, ирҙәрҙе күрһә арҡаһы китә турайып, түштәре алға сыға. Ҡарап тороуға һин дә мин.

Бер мәл төп ишеккә туҡылдатыуҙары булды, теге бисә барҙы ла ишекте асты. Мин дә бүлмәмдән башымды сығарҙым. Шул арала формалағы ике кеше тиҙ генә килеп мине шаҡарып тотоп алып, алып сығып китмәһенме?

Ҡысҡырыу ҙа, ялбарыу ҙа, хатта һуғып маташыу ҙа, матур итеп өндәшеү ҙә ярҙам итмәй бит!

Алып барҙылар участка полицияһына. Тынысланғас: мин бит һеҙҙе саҡырттым, күршем ҡаңғырта тип! Мин бит биреле, сирле түгел! – тием.

Улар миңә бик шикләнеп ҡараны, һөйләгән хәбәремдең хаҡ булыуына саҡ ышанды. Төҫ-башҡа яманмын шул: ҡап-ҡара, ябыҡ, йәмһеҙмен. Нимә кейһәм дә килешмәй...Ә теге бисә ауырыу булһа ла ҡиәфәте йәмле. Кеше бит тәү ҡарашта һынай...Эх, донъя!

https://ataisal.com/articles/t-rbi/2023-06-15/osho-k-ng-y-ym-t-sh-r-3300952

Автор:
Читайте нас: