-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
24 Июль , 10:00

КЕМ ТӨҘӨЙ, КЕМ ВАТА

Мәктәп уҡыусыларының йәйге кани­ку­лы дауам итә. Балалар ял итә, рәхәт­лә­неп һыу инә, еләк йыя, ата-әсә­­­лә- ­­ре­нә ярҙамлаша. Ә бына Ейән­сура ра­йонында башланғыс синыфта уҡып йө­рө­гән бер төркөм балалар Иҫән­ғол­­да- ғы яугир-интернационалистарға ҡу­йыл­ған мемориал постаментты емер­гән.

КЕМ ТӨҘӨЙ,  КЕМ ВАТА
КЕМ ТӨҘӨЙ, КЕМ ВАТА

Плиталарҙы аҡтарғандар, нәмәгә көстәре етә, шуны тар-мар иткәндәр, туҙҙырғандар.
Күптән түгел Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә арналған арт-объект вандалдар тарафынан туҙҙырыл­ғайны, Салауат ҡалаһында хулигандар балалар майҙансығын емергән, Ишем­бай ҡалаһында паркты ҡарағы­һыҙ иткән. Әлбиттә, улар ҙа тәртипһеҙ балалар һәм үҫмерҙәр эше. “Ейәнсу­ра­лағы хулигандар асыҡланды, улар ме­нән әңгәмә үткәрелде” тиҙәр урын­­- дағы етәкселәр. “Һәнәк” фекеренсә, аҡсалата ҙур штраф һәм ата-әсәнең ҡайышы ҙурыраҡ һөҙөмтә бирер ине.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: