+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
25 Июль , 10:00

Йондоҙ булам тиһәм

Яҙыусылар союзына алынып, икен­се көн түбәм күккә тейеп, шатлығым эсемә һыймай йөрө­йөм. Тормош үҙгәреп китер, әҫәрҙәр үҙенән үҙе яҙылыр, китаптар шунда уҡ баҫылыр һымаҡ. Хәҙер бит мин рәсми рәүештә ЯҘЫУСЫ! Шул мәлдә ят но­мер шылтыратты. Ғәҙәттә трубканы алмайым, был юлы, бәлки, телевидениенан йә радионан шылтыра­та­лар­ҙыр тип яуап бирҙем. Яҡшыраҡ яңылыҡ булып сыҡты!

Йондоҙ булам тиһәм
Йондоҙ булам тиһәм

— Мин — фәлән районы башлығы­ның урынбаҫары, һеҙҙе, тағы бер нисә яҙыусыны район һабантуйына саҡы­ра­быҙ. Өфөнән шул көндө килеп ала­быҙ, әҙер булығыҙ, — тине ир тауышы.
Элегерәк һабантуйҙарҙы яратмай торғайным. Журналист булғас, шул ҡунаҡтар артынан эйәреп тик йөрөй­һөң. Бер йылы ныҡ ҡына һуңлап ки­леп, халыҡты көттөрҙөләр. Эй, йә­нем көйҙө: “Был байрам халыҡ өсөн түгел, хужалар өсөн”, — тип эстән әр­ләп ташланым. Берәй ваҡыт үҙемде ҡунаҡ итеп саҡырғандарын белһәм, улай ҡа­ты бәрелмәҫ инем. Ни тиһәң дә әтек-мәтек түгел, хөрмәтле кешеләр килә бит.
Саҡырыу алғас, бөтөнләй маһайып киттем. Союзға инеүемдең икенсе кө­нө генә, ә мине район һабанту­йында кө­төп яталар. Артабан һуң нимә? Алтын тауҙар ғына инде!
Ризалашмау ҡайҙа! Бөтә таныштарыма маҡтанып, һөйләп бөттөм. Тү­ҙем­һеҙләнеп көтәм. Үҙемсә ҡунаҡ­тар- ­ҙы нисек ҡаршы алыуҙарын, нимә күр­һәтәсәктәрен хәтергә төшөрәм. Моға­йын, ҡымыҙ эсерерҙәр, сәк-сәк аша­- тырҙар. Улай булғас үҙем менән һыу, еүеш салфетка алырға кәрәк, тип уй­лаған булам. Ҡулың балдан йәбеш­кәкләнеп, тәмленән тамағың кибеп торһа насар бит. Район гәзитенә фото төшөрһәләр, аҡ-ҡара биттәрҙә һәйбәт күренерлек кейем һайланым... Ни булһа ла бар яҡлап әҙерләндем.
Машина килеп алыр көнгә өс тәүлек ҡалғас, райондан шылтыраталар:
— Урын етмәй, икәү ебәрер инек, ра­йонда бөтә машиналар боҙоҡ, таксила килә алмаҫһығыҙмы? — тиҙәр.
Бөтә машина боҙоҡ тимәнеләр инде. Мин шулай тип аңланым. Башҡаса нисек урын етмәһен инде? “Юлға түләһәгеҙ”, — тип әйтергә лә теләнем, тик яҙыусы кешенең аҡсаһы юҡ, эре һөйләшә тип уйламаһындар өсөн:
— Ҡарармын, — ғына тинем.
— Беҙ ҙә берәй нәмә уйларбыҙ, — тинеләр яуапҡа.
Ул районға машиналар йөрөп тора ул. Әммә үҙҙәре саҡырғас, такси ме­нән кил тип тороуҙары әллә нисек һымаҡ бит. Мин унда барырға башыма ла инеп сыҡмай ине, хәҙер юлға аҡса сарыф итергә тейешменме? Шулай ҙа “беҙ ҙә берәй нәмә уйларбыҙ” тигән­дәренә ышанып, попутка эҙләмәнем.
Һабантуй иртәнән һуңға тигәндә ҡабат шылтыраттылар:
— Машина таптығыҙмы? — тиҙәр. “Берәй нәмә уйларбыҙ тип алдаған­дар”, — тигән һығымтаға килдем. Бармайым да ҡуяйыммы икән? Бер уй­лаһаң, тағы ҡасан мине саҡырыр­ҙар? Ҡунаҡ булып йөрөүемде күҙ алды­на килтереп, хыялланып бөткән­мен, баш тартыуы хәҙер ауыр. Етмәһә, минән тыш халыҡ яҙыусылары, атҡа­ҙан­ған артистар саҡырылған, үҙҙәре менән иптәштәрен алғандар, улар таксила китеп бармай бит инде? Былар мине йәш, хәлде аңлар тип үҙ кеше­лә­реләй ҡабул итеп такси тәҡдим иткәндәрҙер. Шулай уйланып йөрөп-йөрөп районға юлландым. Унда мин таныштарымда ҡундым.
Юл буйы борсолдом. Иртәгә һабан­туй, моғайын, шылтыратып шунда-шун­да барып тор, яланға алып ба­ра- ­быҙ, тип әйтерҙәр. Ә юлдың ҡайһы бер ерендә телефондан бәйләнешкә инеп булмай. Шуға район үҙәгенә барып төшкәс тә телефонды ҡараным, бер кем шылтыратмаған. Бәлки, шул майҙансыҡта иртәгәгә әҙерләнеп йөрөйҙәрҙер, тип уйланым да, артабан көттөм. Юҡ, тауыш-өн ишетелмәй! Үҙем дә итмәнем. Мин бит йондоҙ, ниңә әле шылтыратып, теләнселәп йөрөргә тейешмен, шулаймы? Ғәрлә­неп, бармайым тип тә уйланым. Әммә шунысама араны үтеп, килеүен кил­гәс­мен, тик ятыу ҙа килешмәҫ. Етмәһә, танышым да бара, уға ултырып таң менән һабантуй яланына килеп төштөм.
Күргәҙмәләр ҡарап йөрөһәм, алыҫта делегация күренде. Минең юҡлыҡты ла һиҙмәгәндәр бит әле! Эй, йәнем көйә. Төкөрәйемме тип уйланым да артабан үҙемдең күңелде үҙем күр­ҙем: уҡтан аттым, машинала елдерҙем, шар шартлатып уйнаным, рәхәтләнеп ваҡ-төйәк һатып алдым, шәкәрҙән мамыҡ ашаным. Яҙыусылар, моғайын, шулай ял итәлер?..
Бер заман миңә хакимиәттә эшлә­гән ҡатын осраны.
— Килгәнһегеҙ икән, — ти. — Делегация концерт ҡарай, барып ултырығыҙ.
Онотмағандар, тип ҡыуанып сәхнә эргәһенә елдерҙем. Тик етә барған һайын ҡыйыулығым кәмей барҙы. Нимә тип эргәләренә ултырырға? “Мин дә ҡунаҡ, ҡана, шылығыҙ. Арты­ғыҙ­ҙан эйәреп йөрөйәсәкмен”, — тиергәме? Өндәшмәй генә барып ҡу­шы­лырғамы? Башҡа ҡунаҡтар тирәләй уралдым-уралдым да кире киттем...
Шулай, йондоҙ булам тиһәм, килеп сыҡманы. Ергә шап итеп кире төштөм. Атҡаҙанған йә атҡаҙанғандың иптәше булмағасмын, миңә әле транспортта урын да юҡ. Был тормошта ҡояш аҫ­тындағы ғына түгел, ә машиналағы урын өсөн дә талашырға кәрәк тип кем уйлаған? Союзға алыныу — тауҙың башы түгел, итәге генә икән, әле яҙышырға ла яҙышырға, үрләргә лә үрләргә...

Яҙыусылар союзының яңы ағзаһы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: