Телевидение һәм радионан мәктәптәрҙә туған телде преподавать итеү-итмәү тураһында күп спорҙар булды. Танылған яҙыусыларыбыҙ ҙа был вопрос буйынса переживать итә икән. Конечно, “народный шағир” исемен йөрөтөп тә, творениеңды уҡырлыҡ кеше булмаһа, катастрофа! Просвещение министерствоһы руководителдәре әйтеүенсә, туған телде мәктәптәрҙә изучать итеүгә балаларҙың родителдәренең согласиелары необходимо икән. Беҙ школда уҡыған саҡта туған телде в обязательном порядке өйрәнә инек.
Странно бит, балалар мәктәптә русский, английский языктарҙы беренсе кластан алып уҡый, ә родной башҡорт телен белмәй. Ә дома үҙ телендә общаться итмәгәс, бер нәмә лә аңламай үҫә. Бик жалко, әлбиттә. До сих пор хәтеремдә, знаменитая артистка Гөлсөм Хәбибуллина телдең боҙолоуы тураһындағы әҫәр менән выступать итә торғайны. Халыҡ шағиры Марат Кәримовтың “Ҡала теле” тигән был произведениеһы һаман да актуальный булып ҡала.
Бер көндө дуҫым Салауат обращаться итә: “Харис! Мин шуны обнаруживать иттем әле, — ти. — “Зеленая роща” остановкаһында ике төрлө название бар, аҡҡа ҡара менән “Йәшел ҡулҡы” тигән, ә рядом ҡыҙыл таҡтала “Йәшел сауҡалыҡ” тип яҙғандар. Как это понимать?” “Откуда я знаю, — мин әйтәм, — урамдағы исемдәрҙе, названиеларҙы проверять итә торған целая комиссия эшләй, шуларға звони”.
Автобуста китеп барам шулай. Янымда ике әбей һөйләшә. Береһе тазик, ҡайын венигы тотҡан.
— Баняға китеп барам, — ти әхирәтенә, — внучкамды купать иттем дә киленгә оставила. Хәҙер үҙем помыться хочу. Тәнем күптән мунса һорай. Ә үҙең ҡайҙа направилась?
— Әй, Фәриҙәкәйем! Инглиз телен изучать итеүселәр курсына китеп барам әле. Пенсионерҙарҙы бесплатно обучать итәләр, ти бит. Шунда записалась. Компьютерҙы ла осваивать итә башланым, пригодится.
Мин, быларҙың һөйләшкәнен подслушивать итеп, үҙемдең остановкамды үтеп киткәнмен. Интересно бит, үҙҙәренең родной башҡорт телендә нормально итеп һөйләшә белмәгән әбейҙәр ҙә существуют Уфала. Телевизорҙан Чернев тигән урыҫ кешеһенең чисто итеп башҡортса һөйләгәнен күреп, очень удивился. Үҙе хатта иностранный студенттарға башҡорт теленән уроктар бирә. Бик тә похвальный күренеш был.
Эшемде перебивать итеп, телефон шылтыраны — улым звонить итә: “Пап! Я с работы еду, что купить на ужин?” “Не знаю, мамаңа звони, ул бит өйҙә хозяйка”. Әйтер һүҙемде билдәле шиғыр юлдары менән тамамлағым килә: “Кем үҙ телен не уважает и не знает, Кеше булырға ла право не имеет!”
Фото: runews24.ru