+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
3 Август , 10:00

Баҡса ҡарағы

Кәрим ауылға күсенеп ҡайтҡандан бирле баҡса үҫтерә. Быйыл да иртә яҙҙан теплицаһына үҫентеләрен сығарҙы, электр үткәрҙе. Ер өҫтөнә лә ҡыяр, помидорҙар айырҙы. Баҡса тирәләй ултыртылған алма, сейә, слива, груша ағастарының уңышын йыйып ҡыуаналар хәҙер.

Баҡса ҡарағы
Баҡса ҡарағы

Ғүмеренең күп өлөшөн ситтә үткәргән ир, пенсияға сыҡҡас ҡайтып, атай нигеҙен яңыртып яңылышманы. Йортоноң ҡапҡа алдынан ағып ятҡан бәләкәй инеште быуып, быуа яһаны. Яҙ аҡҡоштар төшә, бала сығара, ҡыр өйрәктәре йорт өйрәктәренә эйәреп ҡайта... Быуа йыл әйләнәһенә балыҡсылар, ял итеүселәрҙән гөж килеп тора. Балыҡ ҡармаҡлайҙар, һыу инәләр, ял итәләр. Һыу инәләр тигәндән, яр буйына “Һыу инергә ярамай” тип яҙҙырып ҡуйҙы. Ундай-бындай бәхетһеҙлек осрағы булһа, елкәһенән яуаплылығын төшөрөр өсөн инде. Яр буйына матур эскәмйәләр, шашлыҡ бешерергә мангалдар, сүп һалырға тимер контейнерҙар урынлаштырып ҡуйҙы Кәрим.

Әҙәм балаһы бик ҡыҙыҡ ул. Ғүмер буйы ситтә йөрөй ҙә, ҡартлыҡ яҡынайғас, ауылға тартыла. Кәрим күсенеп ҡайтҡан йылдарҙа уларҙан өлкән бер ирҙең оло улы ҡайтып яңы өй ҡорған, таныштарын һунарға саҡырған ине, шунан башланды. Уларына ла оҡшап китте бындағы тормош. Буш ултырған өйҙәрҙе һатып алып, кирбестән ҙур-ҙур йорттар һалып ҡуйҙылар. Ялдарын, байрамдарын гел Кәримдәрҙең ауылында үткәрәләр.

Баҡсаһында ҡыяры өлгөргәс, тыныслығын юғалтты ир. Ҡала шпаналары баҡсаһын баҫһа?! Кис ауышыу менән улар ҡапҡаһы эргәһенә йыйыла. Быуа буйында усаҡ яғып, таң атҡансы ултыралар.

Үҙ ауылыңдың йәштәре булһа бер хәл, төрлө ерҙән йыйылған кешенән барыбер шикләнә Кәрим. Кис һайын ҡапҡа артына сығып, йәштәрҙе күҙәтә. Улар кеүек сағында үҙҙәре кемдәрҙең генә баҡсаһын баҫманы?! Баҡса ғына баҫтылармы?

Уҡытыусы булып эшләгән Фәйзелде “аҡылға ултыртҡандары” ғына ни тора! Дәрестә ҡуйған “икеле”ләре өсөн тау башындағы һап-һары шыршынан буралған мунса бураһын сығарып, урамға күсереп өйөп ҡуйҙылар. Ә теге ҡыш йортона ҡар, йәй көнө туҙан төшөрмәгән ауылда бер уңған Харисты? Төн эсендә пилораманан сығарылған он кеүек өйөлөп ятҡан аҡ бысҡы сүбен йортона, ҡапҡа алдына ҡапсыҡ-ҡапсыҡ килтереп һиптеләр. Иртән торғас, Харис тәҙрәнән ҡарап, ҡатыны Мәлихәгә:

– Бә-ә-әй, ҡарсыҡ, селләлә ҡар яуғанмы әллә? – тигән, имеш, тип һөйләнеләр. Эште аңлап алғас, тороп кейенеп сығып, кеше көтөү ҡыуғансы һибелгән бысҡы сүбенең бер бөртөгөн дә ҡалдырмай һепереп йыйып, ҡапсыҡтарга тейәп, аҙбарына индереп өйгән, тинеләр.

Ә ҡыяр өлгөргәс... Кәримдәр баҫмаған берәр баҡса ҡала инеме икән ауылда? Юҡтыр. Күлдәккә ҡосаҡлап алып сыҡҡан ҡыяр менән эскәмйәлә ултырған ҡыҙҙарҙы һыйлаған саҡта-а-ар... Әле генә кеүек ине. Үткән дә киткән. Ә бер йылды-ы-ы... Кәрим әбей-һәбейҙәр баҡсаһын баҫып йөрөнө, улар эскәмйәһендә күршеһе Фирүзә егете Айзат менән ултырып ҡалды. Килеүенә тегеләр ҡыяр кетерләтеп ултыра.

– Үҙегеҙҙеке кеүек ашағыҙ, үҙегеҙҙеке кеүек ашағыҙ, – тип һыйлай Кәрим, кеҫәләренән сығарып теҙгән ҡыярҙарҙы бәкеһе менән аҡ ҡағыҙ өҫтөнә телемләп.

– Һин дә үҙеңдеке кеүек итеп аша, Кәрим, беҙ йыраҡ йөрөп торманыҡ, Айзат менән һеҙҙең баҡсаға ғына инеп сыҡтыҡ, – тине Фирүзә. Эй, көлгәйнеләр...

Көндөҙҙәрен ауылда тынлыҡ. Кешенең йорто бейегерәк булған һайын үҙ-үҙҙәренә бикләнәләр. Күршеһендә кем йәшәгәнен дә белмәйҙәр. Бала-саға юҡ дәрәжәһендә. Ике үҫмерҙе күрше ауыл мәктәбенә “УАЗ” автомобиле йөрөтә. Уларҙа кеше ҡайғыһы юҡ. Телефонға текәлгәндәр. Ауыл тормошо уларға ҡағылмай кеүек. Ә ҡаланан ҡайтҡан йәштәргә ышанып булмай. Баҡсаңды баҫыуҙары бар. Күҙ-ҡолаҡ булмаһаң...

Кәрим, кис етеп күҙ бәйләнеү менән Рәшиҙәһенең һүҙенә ҡараманы, ҡалын итеп кейенде лә ҡапҡа төбөндәге иртә өлгөрә торған алма ағасы янына урынлаштырылған сатыр аҫтына сығып ултырҙы.

Урамға техника яҡтыһы төштө. Ике машина килеп туҡтаны. Алты егет сыҡты. Һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды Кәрим: ҡыяр тураһында ҡасан һүҙ ҡуҙғатырҙар?

ОГЭ, ЕГЭ, провал, завал, лимон, взятка, препод, бакалавриат, магистратура, аспирантура... Бар һүҙҙәре шул.

Иртәгәһенә лә баҡса ҡараҡтары Кәримдең баҡсаһына яҡын килмәне. Арала ике ҡыҙ ҙа бар ине. Береһенә Һандуғас тип өндәштеләр. Быуа тирәһендәге сүп-сарҙы йыйыштырҙылар, унан һуң ит ҡыҙҙырҙылар, музыка ҡуйып бейеп алдылар... Бейеп туҡтағас, Һандуғасты йырлаттылар. Ҡыҙға егеттәр ҡушылғас, Кәрим дә түҙмәне, ҡушылып көйләп ебәрҙе.

– Етәр, күңелле ултырҙыҡ. Иртәгәһе көнгә лә ҡалдырайыҡ күңел асыуҙы. Ә Һандуғасҡа рәхмәт әйтәйек. Шундай тауыш өсөн, – тип оҙон буйлы егет ҡыҙҙың битенән үбеп алды, яр буйынан сәскәләр өҙөп, Һандуғасҡа һуҙҙы. Уныһы, йылмайып, үҙ дәрәжәһен белеп кенә бүләкте ҡабул итте:

– Рәхмәт...

Башҡа егеттәр табынды йыйҙы, машиналарынан ҡапсыҡ сығарып, сүптәрен йыйып, ҡайтырға ҡуҙғалдылар.

“Вәт, һиңә ҡала йәштәре! Бына һиңә кемдәрҙер зарланған бөгөнгө йәштәр!” Кәрим инеп ятҡас, йоҡлай алмай аҙапланды. Иртәгәһенә яңы план ҡорҙо.

Баҡсаһында өлгөргән иң ҙур, иң йәшел ҡыярҙарҙы йыуып, полиэтилен пакетҡа һалды ла ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығарып ҡуйҙы. “Ҡайҙа өлгөргән ҡыяр был? Кәрим ағайығыҙ баҡсаһында! Бына шунан һуң баҡсаға инмәй түҙә алырһығыҙмы? Күрербеҙ. Ҡарап ҡарарбыҙ!”

Ҡояшлы көнгә алмашҡа төн етте. Кәрим инде алмағас төбөндә. Төнгө ҡунаҡтарҙы көтә. Урамда унда-бында эт өргән тауыштар ишетелә. Бына төнгө ҡунаҡтар килеп етте. Береһе эскәмйәгә килеп ултырҙы. Телефондан яҙыштылар. Ватсаптан видеолар ҡаранылар. Икенсеһе килеп Кәрим ҡуйған ҡыяр өҫтөнә ултырҙы.

– Һин ҡуйҙыңмы был ҡыярҙы?

– Ниңә мин ҡуяйым? Ул ҡыярҙан өйҙә лә туйып бөткәнмен. Иртән дә әсәй салатҡа турай, көндөҙ ҙә шул ҡыяр, кисен дә...

– Беҙҙә лә шул... – Өсөнсөһө килеп ҡыярҙы эскәмйә ситенә этте лә йыр тыңлап алдылар. Унан һуң тағы уҡыу, эш тураһында һөйләштеләр.

– Ауылда шәп однако. Бигерәк тә йәй көнө.

– Ҡышын тағы ла рәхәтерәк.

– Мин ҡыш һалҡындарын яратмайым.

– Ә мин ҡышты боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлар өсөн көтөп алам.

– Ҡаргиҙәргә атланып, урмандарҙы әйләнеп, ҡуян, төлкө эҙҙәрен ҡарап, бәҫкә күмелгән ҡайын, шыршы урмандарын фотоға төшөрөп ҡайтыу ниндәй рәхәт!

“Әй, һеҙ, ужым быҙауҙары! Алдығыҙға ҡуйған ҡыярҙы ла ашай белмәйһегеҙ! Торғаны бер йүнһеҙ булырһығыҙ икән! Кемдәрҙе һаҡлап ултырам. Тфү!”

Кәрим инеп, ишек алдындағы урынына ятты. Оҙаҡ уйланып ятты. Башына яңы уй килгәс, йылмайып, йоҡоға китте.

...Үҙе йәшәгән урамға сыҡҡас ҡына, төн пәрҙәһен йыртып ҡуйынындағы фонаригын ҡабыҙҙы. “Булды...”

– Ҡайҙа сығып китеп олаҡтың? Бешкән аш та һыуына бит. Ниҙәр уйларға ла белмәнем. Яраббым! Ҡайҙа йөрөнөң? – тип ҡаршыланы уны Рәшиҙәһе.

– Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тиҙәр. Булмаған баҡса ҡараҡтарын һаҡлап ғүмер үткәргәнсе үҙем кеше баҡсаһына ҡул һуҙҙым...

– Ә?

– Кеше баҡсаһынан ҡыяр сәлдерҙем... Бейек ҡоймалы, тоҡомло эттәр ҡарауыллаған яңы йорттарға инмәнем.  

– Һуң, баҡса тиклем баҡсаға төшкәс, шундай йорттоҡона төшөргә кәрәк ине, — Рәшиҙәһе, утыҙ ике ап-аҡ тешен күрһәтеп, кеткелдәп алды.

– Һе, барып ҡара, инеп ҡара...

Ир, өҫ кейемдәрен алмаштырып, өҫтәл янына килде.

– Ярай, үҙебеҙҙеке кеүек итеп ашайыҡ әле. Әллә кемдекенә инмәнем, яңғыҙ Зәйтүнәнең ике ҡыярын өҙҙөм... – Өҫтәлгә ике йәшел ҡыяр һалды.

– Ай, Алла! Зәйтүнәнекенә ҡағылмаһаң ни булған?

– Башҡаныҡына инерлек түгел. Былары ла рәшәткә аша тыҡрыҡҡа сығып үҫкәндәре...

– Ярар, йәй башынан баҡса тип “сирләнең”, күңелең булғандыр. Әле турамайым ҡыярҙы. Таң атыуға ҡоймаҡ ҡойормон. Зәйтүнәне сәйгә саҡырырмын. Яңғыҙ ҡатындың сәйенең тәме, табынының йәме юҡтыр. – Ҡатын, әле һыуынырға ла өлгөрмәгән ашын ҡойоп, иренең алдына ҡуйҙы...

Аида ХӘЙЕРТДИНОВА.

Фото: sosnovosti.ru

Автор:
Читайте нас: