“Әлбиттә ундайҙар менән күп ҡатын-ҡыҙ риза түгел. Хәлдәренән килгәс – алһындар. Минең бер таныш ҡатындың ире диндә, икенсегә бисә алды. Танышым ул хаҡта уйлап та бирмәй. Шулай итмәй ни, ике ҡатлы ҙур йортта йәшәй. Кейәүгә сыҡҡандан алып бер ерҙә лә эшләмәй. Яңы ҡатыны ла икенсе өйҙә айырым тора. Ире ике арала йөрөй, ике бисәһен тә матди яҡтан тәьмин итә. Тағы ла ни кәрәк бәхет өсөн? Онотҡанда бер аҡса алып ҡайтҡан иҫерек ир менән йәшәгәнсе, танышым кеүек рәхәтләнеп, етенсе ҡатын булып йәшәргә лә риза булыр инем”.
Ысынлап та, беҙҙә лә бер-нисә ҡатын менән йәшәүселәр артып китте. Һеҙ был хәлгә нисек ҡарайһығыҙ?
https://kiziltan.ru/articles/gail-uchagy/2024-06-04/ikenche-hatyn-bulyrga-da-rizamyn-3797330