-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
6 Август 2024, 17:45

“Өй эйәһе”нең ҡара эше

Килен булып төшөүенең тәүге көндәренән үк был йорт эйәһе үҙһенмәне Гөлбаныуҙы. Иртән күҙен тырнап асыуын аса ла, тик, ҡәһәрең, әллә ниндәй ҡара көс карауатынан ысҡындырмай ҡырталаша, елем менән йәбештереп ҡуйғандар тиерһең. Шунан күҙҙәрен көсләп тигәндәй йәнә йомдора. Улай итеп, былай итеп теге нәмәҫтәкәй менән дауайлашып карауатынан ҡалҡыныуға төш етә.

“Өй эйәһе”нең ҡара эше
“Өй эйәһе”нең ҡара эше
Өләсәһенең, шайтан һыйыр тирәһендә уралыусан, тигәне лә дөп-дөрөҫ икән. Эргәләренә килеп сүкәйергә лә өлгөрмәй, улары шарт та шорт тибешә башлай, шап та шоп ҡойроғо менән сәпәй. Тәүге көндә үк биҙрәһе-ние менән әллә ҡайҙа бырағытып осорғас:
– Башҡаса шул мөгөҙлө иблистәрҙе күрмәһәм дә бәхил, – тип бәғерҙе телерҙәй итеп үкһене бисара. – Ғәрипләнеп, кеше көнлө булып ятаһым юҡ. Эсмәгән һөтмө!
Шунан алып Гөлбаныу һыйыр тирәләй ҡара яу булып безелдәгән себен-серекәйҙәрҙе генә ҡыуып тора башланы, ә Ғиндушы гөбөрләтеп елендәрҙе тартҡылай. Тик һауылған һөтөн дә үҙ ваҡытында эш итеп ҡуйыу кәрәк бит әле. Әммә әлеге лә баяғы бәдбәхет уны йомшаҡ диванға әйҙүкләп тик тора...
Ни аралалыр теге ҡара көс бөтә өйҙө ен ояһындай итте лә ҡуйҙы. Ул килгәндә көлөп торған мейес ҡарағыһыҙ ҡап-ҡара булды, тәҙрәләге пәрҙәләргә бер иле туҙан ҡунды. Ә бер көндөмө! Мейесенән ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй алам тип һонолған ҡатын ҡап-ҡара торомбаштар һөйрәп сығарҙы ла йөрәген тотто:
– Эй Аллаҡайым! Юҡ, башҡаса был енле-бапаҡлы йортта бер көн дә тороу юҡ. Китәм, китәм! – Ҡатын үҙ-үҙенә урын тапманы, үкһей-үкһей сәстәрен йолҡҡосланы, башын төйгөсләне, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡысланы. – Ҡайҙан ғына килеп ҡаптым ошо енле, сихырлы донъяға. Хәҙер шул хәсис нәмәкәй мейестәге икмәккә лә етеште. Ана, ниндәйен иткән!
– Йәнекәйем, мин башҡаса бында бер көн дә тора алмайым. Әйҙә, баш имен саҡта ҡасып ҡотолайыҡ, – тип иренә мөлдөрәп ҡараны. – Ана, күрше өлкәгә эшселәр саҡыралар икән, киттек шунда.
– Әйҙә һуң, – тине ире. Күрәләтә сәскә кеүек кәләшен харап итәһе юҡ инде. Былай ҙа утыҙ йәшендә саҡ табып алып ҡайттылар.
Күсенеүҙән мәшәҡәтле эш юҡ, тиһәләр ҙә, уларға ауылдан ҡутарылып китеү сүп шайы ла булманы. Ике ҡулдарына бер сумаҙан тотоп, дүрт балаһын етәкләп, тып итеп сыҡты ла киттеләр. Теге хәсис нәмәкәйҙәр алып китерҙәй имен әйбер ҡалдырмағайны шул. Берҙән-бер һыйырҙары ҡаҡ һөйәккә ҡалып, тәгәрәп ятып үлде. Тауыҡтары ла ҡырылды. Барыбер кинәндереп уңышын алған юҡ әле тип, бәрәңгеһен сәсеп тә тормағайнылар. Ишектәре ҡутарылып бөткән шкафтарҙы, кейеҙләнеп, ҡаҡашып, ҡара ер кеүек булып бөткән яҫтыҡ-түшәктәрҙе лә алып торманылар.
– Тормошто яңынан башларбыҙ, – тине ҡатын.
– Эйе, шулай, йәнекәйем, – тип баш һелкте ире.
Яңы урын ауыл ере булһа ла, бындағы уңайлылыҡтарҙы күреп, ҡатын бер килке телһеҙ ҡалғандай булды. Хатта ул был тиклемен көтмәгәйне. Тегендәге кеүек көшәләнеп, өй йылытам тип мейес эсенә инеп китерҙәй булып соҡонаһы түгел. Ул битең, ул кейемең ҡоромға ҡалмай буялып.
– Ә бында! Ожмах бит, ожмах! – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә Гөлбаныу бүлмәнән бүлмәгә йүгергеләне, хәжәте булмаһа ла, бер кранды асты, унан икенсеһен.
Әммә, ни ғәләмәт, теге өй эйәһе тигән нәмәкәй арттан ҡалмай эйәреп килгән икән. Гөлбаныу ваннаһын асты ла, һыу йыйылғансы нимә тексәйеп торам әле тип, теге “Кармелита”ны ҡарарға ултырҙы. Бер ваҡыт Хоҙайым, кемдер тыштан ишекте ҡайыра башлағанға ҡатын ҡурҡышынан сарылдап ебәрҙе. Гөлбаныу арлы-бирле иткәнсе ишекте ҡайырып килеп инделәр ҙә уға ябырылдылар.
– Һин нимә, дуңғыҙ, бөтә донъяны һыуға батырҙың?
Өй эйәһенең ҡара эше тамам хәлдәрен алды. Тегеләрҙең өйөнә ремонт эшләй торғас, бурысҡа баттылар. Бынан һуң да әйләнгән һайын бер нәмәһе сығып ҡына торҙо.
Күптән түгел ауылдашыбыҙ, юл төшкәндә тип, Гөлбаныуҙың хәл-әхүәлен белешеп сыҡҡан.
Өй эйәһе тегендә лә һис тынғы бирмәй, имеш. Аптырап-алйыған Гөлбаныу ире менән тағы ла ҡайҙалыр күсенергә йыйына, ти...
 
Фото: 4sofa.ru
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-06-08/y-ey-e-ne-ara-eshe-553576
Автор:
Читайте нас: