Бер көн йәймәне көмөрө кеше килеп ала. Ала ла рәхмәт әйтәһе урынға ауыҙ эсенән: "Ҡылған яуызлығығыҙ үҙегеҙ менән ҡалһын, изгелектәрегеҙ әйләнеп ҡайтһын", - тип мыңғырлай икән. Үҙе етмәһә көн дә килә.
Ошолай көндәр үтә. Рәхмәт көтөп ала алмаған ҡатында кәмһенеү тойғоһо барлыҡҡа килә: "Был көмөрө көн дә бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Сәйер, был нимәне аңлата икән", - тип уйлана башлай.
Бер көн сабырлығы һынған ҡатын көмөрөнө юҡ итергә була. Асыуы ҡайнап йөрөгән мәлдә бер йәймәгә ағыу ҡушып бешерә. Тәҙрә төбөнә һалыр алдынан ҡулы ҡалтыранып ҡуя. Йәймәне ул утҡа ташлай ҙа яңынан бешерә.
Бына көмөрө оҙаҡ көттөрмәй килеп тә етте. "Ҡылған яуызлығығыҙ үҙегеҙ менән ҡалһын, изгелектәрегеҙ әйләнеп ҡайтһын", - тип һөйләнә-һөйләнә юлын дауам итә. Ә ҡатындың һарыуы ҡайнап тороп ҡала.
Шул уҡ көндө кис ишек шаҡыйҙар. Ҡатын ишекте асып ебәрһә, унда улы тора. Уны күреп әсәнең йөрәге өҙөлөп төшә яҙа. Улы асыҡҡан, ябыҡҡан, йонсоған, ялсыҡҡан, өҫтөндәге кейемдәре йыртылып бөткән.
- Әсәй, был бит мөғжизә! Мин инде ҡайтып етә алмаҫмын тип өмөтөмдө өҙҙөм. Ҡайтып етергә саҡ ҡына юл ҡалды. Хәлем бөтөп ергә ауҙым. Аңымды юғалтҡанмын. Үлемем ошолор, тип күнеп тә бөткән инем. Юҡ, Аллаһы Тәғәлә бар был ерҙә. Көмөрө ҡарт юлыма уның йөҙөндә килде миңә. Йәлләп ҡулындағы йәймәһен миңә тоторҙо. Был уның көн буйына ашай торған берҙән-бер ризығы икән. "Әммә һин уға нығыраҡ мохтажһың", - тине миңә, - тип улы көс-хәл менән һөйләп бирҙе.
Әсәнең аяҡ аҫтындағы ер убылып төшкәндәй булды. Иртән генә ул ағыулы йәймәне тәҙрә төбөнә һалырға уйлаған ине. Көмөрөнө түгел, үҙенең улын ағыулар ине бит!
Шул саҡ ҡына ул "Ҡылған яуызлығығыҙ үҙегеҙ менән ҡалһын, изгелектәрегеҙ әйләнеп ҡайтһын" тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөндө.
Фото: fotostrana.ru