-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
19 Август 2024, 12:00

ҺАРЫҠ БОТО

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ – Әхмәҙулла аға-а-ай, сәмәйең бармы? Бир әле берәй полторушка. Түлке үтескә инде, аҡсам юҡ пока. Ошо көндәрҙә ҡалым эшләһәм, кәпийкләр була ул, түләрмен.Әхмәҙулланан алда Вәкилдең соландан уҡ һөрәнләгәнен Сәмиғә ҡарсыҡ ишетеп өлгөргәйне. Ул бабайының ҡолағына шыбырҙай һалды.– Әхмәй, бирәһе булма, мәтри. Әле теге юлы алған сәмәйе өсөн бурысын ҡайтармаған мөртәт.

ҺАРЫҠ БОТО
ҺАРЫҠ БОТО

Ул арала өй ишеге асылып китте лә, һәр ваҡыттағыса өҫ-башы боларған Вәкил күренде.
– Йә, күршеләр, иҫән-аман йәшәүме? – Ул ике ҡулын Әхмәҙуллаға һуҙҙы. Шунан хужабикәгә боролдо.
– Ҡәйнеш, таң менән темеҫкенеп йөрөмә, юҡ беҙҙә сәмәй, – тип өҙә һуҡты Сәмиғә ҡарсыҡ, Вәкилдең үҙенә һонолған ҡулын күрмәмешкә һалышып.
– Ай, ошо еңгәмде, бигерәк текә ҡыланған була ҡайсаҡ. Килешмәй һиңә былай турһайыу, еңгәм. Һин бит шул тиклем сибәрһең. Иплеһең! Прәме супер инде һин. Хатта супер момент кләйенә ҡарағанда ла суперыраҡ бит һин, еңгәм! Ә тауышы-ы- ың! Тауышың килде-китле әртистәрҙекенә ҡарағанда мең артыҡ.
– Юхаланма! Беҙҙә ҡойоһо сыға тиһеңме әллә? Әле үткәнендә алған бурысыңды түләмәгәнһең. – Сәмиғә ҡарсыҡ ҡырт киҫте.
– Юҡ, мырҙа, юҡ! – Әбейенең һүҙен Әхмәҙулла ла хупланы. – Ә бурысыңды ҡайтарып бир ыштубы!
– Уй, Аллам! Бурыс тип ни. Бер полторушка сәмәй алған булғайным инде. Шуны һаман оноталмай, һанап ултыраһығыҙ. Килтерермен. – Вәкилдең йөҙө йәмерәйҙе.
– Беҙҙең кеүек пенсиә аҡсаһына көн күргәндәргә уның һәр бер тине ҡәҙерле. – Әхмәҙулланың тауышы ҡәтғиерәк яңғыраны. – Түлә бурысыңды, шунан килерһең!
– Әй, еңгә, әйткәндәй, бына әле күрше Ғәбделбарый ағайҙарға барып, һарыҡ һуйып ҡайтып килә инем дә. Эшем өсөн бер бот биргәйнеләр. Әллә шуны алаһығыҙмы? Бурысымды ла ҡайтарырмын. Быуын-мыуындарығыҙҙы ыуаларға тип һаҡлаған неприкосновенный запас сәмәйегеҙҙән дә берәй полторушка ҡойоп бирерһегеҙ.
Ит тигәс, Сәмиғә ҡарсыҡтың күҙҙәре майланып китте. Ул бабайына боролдо.
– Алайыҡмы әллә, Әхмәй? Ит кәрәк бит. Балалар ялға ҡайтһалар, өтөп ашай торғандар.
– Ит бар ине инде ул. Яңыраҡ ҡына үҙебеҙ һарыҡ һуйғайныҡ та баһа. Әле тотонолмаған бото шул килеш соланда эленеп тора. – Әхмәҙулла ҡарт икеләнде.
– Әй-й, шулай тиер ҙә ултырыр инде. Ҡайҙа итең, Вәкил ҡәйнеш? – Сәмиғә ҡарсыҡ мөләйем йылмайып, Вәкәтигә боролдо. – Бар, алып кер!
– Ҡайҙа тип, бында ғына ул, тышҡа ҡалдырып торғайным. – Вәкил соланға ыңғайланы.
– Әхмәй, ике полторушкаға тотош бер бот эсеңде тишәме ни? Алмайым тип ултыраһың!
Ул арала ҡултыҡ аҫтына ит ҡыҫтырған Вәкәти күренде.
– Еңгәм, эп-эсвижий генә ит, бешерһәгеҙ, ашҡа өндәшерһегеҙ.
– Бабай, морозильникка һалып тор әле, һуңынан соланға сығарып элербеҙ. – Сәмиғә ҡарсыҡ өтәләнеп, мейес артынан полторушка шешә менән сәмәй сығарҙы. – Беҙҙән алғаныңды кешегә һөйләнеп йөрөмә, ҡәйнеш. Анау һалпы ҡолаҡ милисиә Фәрғәт аңдап ҡына тора. Белеп ҡалһа, штрафын һалыр ҙа китер.
– Иййй, әллә кемдең еңгәһе! – Вәкил иренен ослайтып, Сәмиғә ҡарсыҡҡа үрелде. – Ҡана, еңгәкәйем, бер әп итәйем дә, ҡайтайым.
– Бар-бар, эрәү! Ана бара юлың! – Әхмәҙулла ҡарт, Вәкилде этеп тигәндә ишектән сығарҙы ла, әбейенә киҙәнде. – Быныһы ла иренен супылдатып үбешергә йәтешләп тора, кәнтәй!
– Ниндәй үбешеү ти ул! Ғүмер буйы көнләшеп йәшәнең инде. – Сәмиғә ҡарсыҡ үпкәләп, бабайына һыртын борҙо.
Тамаҡ ашағандан һуң, тауыҡтарына ем һалырға тип урамға сыҡҡан Әхмәҙулла ҡарт, ярһып килеп керҙе.
– Сәмиғә! Сәмиғә тим! Беҙҙең соландағы һарыҡ бото ҡайҙа!?
– Ҡайҙа тип, шунда торалыр. – Әхмәҙуллаһының холҡон белгән Сәмиғә ҡарсыҡ, усаҡ тирәһендә уралды.
– Тора, фәләнеңдең-фәләне, һарыҡ бото морозильникта ята ул. Бар әле, ана, асып ҡара!
Туңдырғыстан һарыҡ ботон һөйрәп сығарған Сәмиғә ҡарсыҡ, лып итеп һикегә ултырҙы.
– Вәкәти соландан ит тотоп кергәс, бауы беҙҙекенә оҡшаған тип ҡарап торҙом шул мин. Үәт, мөртәт икән, әй!

Фото: https://vk.com/id201919463?from=search

Автор:
Читайте нас: