Гел ҙур вазифала һәйбәт эш хаҡы алып ултырмаҫһың, пенсияға тиклем байып ҡал, исеме генә хаҡлы ял ул, ә дөрөҫө хаҡһыҙ, йәғни аҡса еткерә алмай бер булырһың, тип кемдер бышылдаған кеүек.
Ә аҡсаны нисек эшләргә һуң? Ә уның юлдары бар. Әйтәйек, эшҡыуарҙар өҫтөнән шефлыҡ алаһың да уларҙы һауып тик ятаһың! Һәр төрлө тикшереүселәрҙән яҡлаған өсөн тегеләр кеҫәңде байыта. Шәп бит! Полиция хеҙмәткәре шулай итә лә. Үҙенең эскерһеҙ ярҙамы өсөн, бер байҙан 700 мең һум һорай. Тегеһе ризалаша, әммә был хәтәр хәл хаҡында тейешле органдарға еткерә. Йылғыр әҙәмгә хәҙер үҙ ҡылығы өсөн яуап бирергә тура килә, эшенән дә ҡолаҡ ҡаға.
Ә хәҙер эске тауышы уға, ниңә законды боҙҙоң, дәрәжәле, аҡсалы урында эшләп тик йөрөһәң булмай инеме ни, тип тынғы бирмәй икән.
Өлгөр ТИКТОРМАҪОВ.
Диана Латипова һүрәте.